Алыҫтағы һуғыш шаңдауы22.07.2014
Украинаның көнсығышында барған аяныслы һуғыштың шаңдауы республикабыҙға ла килеп етте. Үткән аҙнала ғына Ростов өлкәһендәге пункттан 101 кешене килтереү ойошторолдо. Бынан тыш, Башҡортостанға 686 ҡасаҡ үҙаллы килеп, туған-ырыуына, яҡындарына һыйынған.

Ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү, уларҙың статусын билдәләү, яңы шарттарға яраҡлаштырыу, урынлаштырыу буйынса республикала ниҙәр эшләнә, ниндәй ҡаршылыҡтар бар? Ошондай ҡатмарлы һорауҙарға Башҡортостанда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координацион совет ултырышында яуаптар эҙләнде, кисектергеһеҙ мәсьә­ләләрҙе йәһәтерәк сисеү юлдары барланды.
— Һуғыш ауырлыҡтарын кисергәндәрҙе лайыҡлы ҡар­шыларға, уларға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға, ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә ҡасаҡтар ағымы көсәйһә, был хәлгә беҙ бөгөн әҙерме? Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе законлы нигеҙҙә алып барыу зарурлығын да хәтерҙә тоторға кәрәк, — тип иҫкәртте республика башлығы Рөстәм Хәмитов ултырышта ҡатнашыусыларҙы.
Мәсьәләнең үтә ҡатмарлылығын, көсөргәнешлелеген төплө, әммә ҡыҫҡа ғына сығыштарҙан да аңларға мөмкин ине.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡасаҡтар мәсьәләһен хәл итеү буйынса эшсе төркөм ойошторолоуын, килгәндәрҙең һәр береһенә көнөнә 800 һумға ҡәҙәр матди ярҙам күрһәтелеүен, өс тапҡыр ҡайнар аш ойошторолоуын, Өфө дәүләт авиация техник һәм Башҡорт дәүләт университеттары профилакторийҙарында ваҡытлыса йәшәү пункттары эшләүен әйтеп үтте. Ҡасаҡтар менән Федераль миграция хеҙмәте, Пенсия фонды, белем биреү, мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре тығыҙ аралаша, тейешле документтар юллау, махсус статус билдәләү менән шөғөлләнә. Һәр кеше бушлай медицина тикшеренеүе үтә, вакцинациялау ойошторолған. Сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына, мәктәпкә, колледждарға урынлаштырыу буйынса ла әүҙем эш бара.
Ҡасаҡтар араһында дауаланыуға мохтаждар, инвалидтар, ауырлы ҡатындар булыуы ла иғтибарлы ҡараш талап итә. Лилиә Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, финанслау механизмының эшләнмәүе ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Килеүселәр араһында республика өсөн бик кәрәкле эшсе һөнәрҙәренә эйә булғандар етерлек, уларҙы вакантлы эш урындарына йәлеп итеүгә закондағы ҡайһы бер ҡаршылыҡтар аяҡ сала.
Айырым хәйриә ойошмаларының ҡасаҡтарға респуб­ликаға килергә ярҙам итеүенә бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдерелде. Ысынлап та, бындай ығы-зығы, тәртипһеҙлек һөҙөмтәһендә беҙгә әллә кемдәрҙең (енәйәтселәрҙең, йоғошло сирлеләрҙең дә, наркомандарҙың һ.б.) килеп эләгеүе ихтимал! Һәр ҡасаҡ тураһында тулы, аныҡ мәғлүмәт булыуы — төп шарттарҙың береһе. Үкенескә ҡаршы, әлегә Украинанан килеүселәрҙең тулы иҫәбе билдәле түгел.
Республика башлығы ваҡытлыса йәшәү пунктынан халыҡты квота буйынса райондарға йәһәтерәк урын­лаштырыуҙы, эш менән тәьмин итеүҙе, йәшәү ҡиммәткә төшкән баш ҡалала тупламауҙы талап итте.
Миграция хеҙмәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Роза Макаева һәр ҡасаҡты иҫәпкә ҡуйғандан һуң статусты билдәләгән белешмәләрҙең ике-өс көндән дә һуңлатмаясағын белдерҙе.
Көтөлмәгән был эштәргә сығымдар ҙа ҙур, әлегә улар бюджет иҫәбенә башҡарыла. Шуға күрә эшкә һәләтле һөнәр эйәләрен мөмкин тиклем тиҙерәк хеҙмәт баҙарына йәлеп итеүҙе хәстәрләү — ведомство етәкселәренең, район башлыҡтарының көнүҙәк бурысы.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш­ҡорт­остан буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре белде­реүенсә, оҙаҡламай йәнә бер самолеттың Башҡортостанға юлланыуы көтөлә. Барыбыҙға ла сабырлыҡ һәм именлек насип итһен, кешелекле булайыҡ!



Вернуться назад