Өйөгөҙ ҡотло булһын!22.07.2014
Өйөгөҙ ҡотло булһын!
Ҡыйғы районында йәшәгән дүрт ғаилә өсөн әлеге аҙна айырыуса ҡыуаныслы башланды: кисә Хужиндар, Шиһаповтар, Сапоговтар һәм Силко ғаиләләренә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификаттар тапшырылды.


Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов ҡатнашты. Ул, өй туйлаусыларҙы был ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, йорттарының ырыҫлы, ҡотло булыуын теләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлеге документ биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға социаль түләү юллау хоҡуғын бирә. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә торған ғаиләләргә тапшырыла.


Вернуться назад