Мәктәптең дүрт томлыҡ тарихы бар22.07.2014
Мәктәптең дүрт томлыҡ тарихы бар
Педагогик хеҙмәт ветераны, оҙаҡ йылдар Үрге Ҡыйғы ауылының 1-се мәктәбендә физика уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, директор булған Риф Камалов үҙенең туған белем усағына ҡиммәтле бүләк – уҡыу йортоноң тарихын, бөгөнгө тормошон сағылдырған дүрт томлыҡ энциклопедия – тапшырҙы.


Беренсе томда автор мәктәп тарихы, уның тәүге уҡытыусылары, етәкселәре тураһында бәйән итә. Белем усағына нигеҙ 1876 йылда һалынған. Шул осорҙан алып ул күп үҙгәреш кисергән, байтаҡ директор алмашынған.
Энциклопедияның икенсе өлөшөндә уҡытыусылар тураһында мәғлүмәт туп­ланған. Был мәктәп математика уҡы­тыу­сыһы М. Исхаҡов, биологиянан белем бир­гән В. Баҡыева, тарих фәнен өйрәткән Р. Чернышев, Р. Асҡаров, рәсем һабағын алып барған Ж. Миңләхмәтов һәм башҡа бик күп педагог менән дан тота.
Өсөнсө һәм дүртенсе томдар мәктәптең элекке уҡыусыларына бағышланған. Улар араһында республикаға билдәле шәхестәр әҙ түгел: шағирҙар Х. Кәрим, Р. Шәфи, Р. Хәкимйән, республиканың Халыҡ комиссар­ҙары советы рәйесе булған Ф. Шаһимәр­ҙәнов, баш архитектор вазифаһында эшләгән М. Сәхәүетдинова, Башҡортостан ауыл хужалығы институты ректоры вазифаһын башҡарған Р. Бәширов, республиканың эске эштәр министры дәрәжәһенә күтәрелгән Р. Фәйрүзов, генерал-лейтенант А. Баймышев һәм башҡалар.
Автор йәш ғалимдарҙың ҡаҙаныштарына айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтә. Китапта фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаттары Р. Хатымов, Р. Исмәғилев, Н. Баймөхәмәтов, шулай уҡ миҙал, орден менән бүләкләнгән, почетлы исемгә лайыҡ булған кешеләр тураһында мәғлүмәттәр бар. Ил эсендәге һуғыштарҙа һәләк булған Зилә Ахунова менән Роберт Хәкимов та әлеге баҫмала лайыҡлы урын биләй.
Риф Камалов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан энциклопедияның тағы ла яңы мәғлүмәт һәм исемдәр менән тулыланыуына, артабан был йылъяҙманы йәштәр дауам итеренә ышаныс белдерҙе.
Мәктәп директоры Р. Әхмәҙуллин китаптың бик ҙур, ҡиммәтле хеҙмәт булыуын, унда тупланған мәғлүмәттең артабан дәрестәрҙә киң ҡулланыласағын бил­дәләне.


Вернуться назад