Ҡайындар ниңә ҡорой?19.07.2014
Командировкаға йыш сығырға тура килә. Һуңғы йылдарҙа ҡайындарҙың ҡороуы ныҡ күҙгә ташлана. Бының сәбәбе нимәлә?

Исмәғил Килдеғошов.


Өфө ҡалаһы.


Ысынлап та, ҡайһы ғына районды алып ҡарамайыҡ, тирә-яҡҡа йәм биргән ҡайын ағастарының һарғая башлауы, унан инде ҡороуы бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалмайҙыр. Бигерәк тә уны ҡайҙа климат йылыраҡ, шунда – мәҫәлән, республикабыҙҙың көнбайышында, көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында күҙәтергә мөмкин. Бының сәбәбен ғалимдар йыш ҡабатланған ҡоролоҡ менән бәйләй (түҙеп торғоһоҙ эҫе көндәр ағастарҙың иммунитетын ҡаҡшатҡан).
Элек урман ҡарауылсыһы ауырыу ағасты күреү менән уны шунда уҡ ҡырҡыу сараһын күргән. Бөгөн, Урман тураһындағы кодексҡа ярашлы, уға бысаҡ менән дә ҡағылырға ярамай, сирле икәнен белһәң дә. Шуның өсөн ваҡыт үтеү менән был сир ҡоторған ғына. Әле республикабыҙҙың урман хужалығы белгестәре мәсьәләне хәл итергә тотонған, әммә сир йоҡҡан тотош урманды киҫеү өсөн әллә күпме финанс сығымы талап ителә. Ә ауырыу таралғандан-тарала...




Вернуться назад