Һуғыш кемлекте ҡарап тормай19.07.2014
Кесе йома тағы бер ҙур фажиғә булды. Ярай әле, уныһы илебеҙҙә түгел, һәм һәләк булғандар араһында Рәсәй граждандары юҡ.

Malaysia Airlines авиакомпанияһының “Боинг-777” самолеты Украинаның Донецк өлкәһендә ҡолай. Әйткәндәй, уның барып төшкән урыны Рәсәй сигенән йыраҡ түгел. Самолетта 283 пассажир менән 15 экипаж ағзаһының барыһы ла һәләк булған. Лайнер Амстердам – Куала-Лумпур маршруты буйынса юл тотҡан.
Интернеттағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ун километр бейеклектә осҡан самолет Рәсәй биләмәһенә инер алдынан түбәнәйә башлаған. Һәләкәт сәбәпле ҡайһы бер авиакомпаниялар Украина биләмәһе өѕтөнән осорға баш тартҡан. Улар араһында “Аэрофлот”, “Трансаэро”, Lufthansa, Turkish Airlines, Air France бар.
Украина Хөкүмәте һәләкәт сәбәптәрен асыҡлау өсөн махсус комиссия булдырған. Ил Президенты әйтеүенсә, был – террор акты. Әле самолеттың “ҡара йәшник”тәрен тапҡандар, уларҙы тикшерәләр.




Вернуться назад