Ғәйеплеләр язаһын аласаҡ19.07.2014
Шишәмбе илебеҙҙең баш ҡалаһын ҙур фажиғә шаңҡытты. Мәскәү метроһында техник сәбәптәр арҡаһында ҙур авария булып, 23 кешенең ғүмере өҙөлдө. [left][/left]

Йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше зыян күргән, уларҙың күпселеге әле дауаханаларҙа. 42 кешенең хәле үтә ауыр тип баһалана. Өс вагон рельстан ситкә сыға. Әле авария буйынса «Транспорт хәүефһеҙлеге өлкәһендә талаптарҙы боҙоу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Барлыҡ яуаплы һәм ғәйепле кешеләр тейешле язаһын аласаҡ.
Ҙур бәләлә Башҡортостан кешеһе лә зыян күргән. Был ваҡытта метрола Салауат ҡалаһынан егерме йәшлек ауырлы ҡатын да булған. Бәхеткә күрә, ул иѕән һәм әле һауығып килә.




Вернуться назад