Ҡасаҡтар килеүен дауам итә19.07.2014
Башҡортостанға Украинанан ҡасаҡтар килеүен дауам итә. Әле ошо көндәрҙә генә тағы йөҙ кешене ҡабул иттек. Уларҙың өстән бер өлөшө – балалар.


Украина граждандарын “Өфө” аэропортында төрлө министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡаршыланы. Уларҙы ваҡытлыса Өфө дәүләт авиация техник университетының профилакторийына урынлаштырҙылар. Ҡасаҡтар өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған: йоҡо бүлмәләре, балалар өсөн уйынсыҡтар һәм йомшаҡ йыһаздар булған бүлмәләр, йыуыныу бүлмәләре, иркен ашхана. Бөгөн улар барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Йылы аш бирелә, мохтаждарға медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә.
Ҡасаҡтар профилакторийҙа бер нисә көн йәшәгәнсе, белгестәр уларға махсус статус юллау һәм тейешле документтар әҙерләү менән шөғөлләнә. Ҡасаҡтарҙы республика райондарына йәшәргә ебәрәсәктәр. Улар торлаҡ, эш урыны, балалар баҡсаһында урындар менән тәьмин ителәсәк.
Бөгөн Башҡортостанда өс йөҙ самаһы украин ҡасағы иѕәпләнә. Ярҙамды власть органдары ғына түгел, урындағы ябай кешеләр ҙә күрһәтә.




Вернуться назад