Благовещенда Ҡала көнө, шулай уҡ меңдәрсә кешенең һөнәри байрамы булған Металлургтар көнө билдәләнде.
Байрам спорт ярыштары менән башланды. Урындағы Мәҙәниәт һарайы алдында Благовещен, Бөрө һәм Өфө ҡалаларынан баскетбол командалары осрашты. 4-се мәктәп стадионында пляж волейболын үҙ иткәндәр мауыҡтырғыс уйын ҡараны. Артабан сараның ҡунаҡтары – металлургия тармағының абруйлы хеҙмәткәрҙәре – ҡала халҡы менән осрашты.
Кис Благовещендың һәм Өфөнөң иң яҡшы ижади коллективтары ҡатнашлығында ҙур концерт булды. Байрамда шулай уҡ металлургия тармағы хеҙмәткәрҙәре, ярыштарҙа еңеүселәр бүләкләнде.