Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы... Ҡымыҙына ни етә!19.07.2014
Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы... Ҡымыҙына ни етә!
Дөб-бөррр... Ҡапыл ғына болот ҡаплаған күкте ҡылыстай йәшен телеп үтте. Халыҡса әйтһәк, биҙрәләп ямғыр ҡойҙо. Картуфҡа бик кәрәк ине, тип шатланды бәғзеләр. Бесән йыйылған, иген тулышыр өсөн ямғырһыҙ булмай, тине икенселәр. Оҙаҡ яуманы ул, ергә йылы тамсыларын күп итеп һипте лә, ҡояш йөҙөнән шаршауын тартып алып, кире китте.

Шарт-шорт... Быныһы инде сыбыртҡы тауышы. Һай, ат көтөүселәр ярышы башланып китте! Уның алдынан ғына Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин тәбрик һүҙе әйтеп, ярышыусыларға уңыш теләгәйне.
— Беҙ һеҙҙе иҫ китмәле матур тәбиғәте менән генә түгел, эшһөйәр халҡы менән дә тирә-яҡҡа даны таралған бәрәкәтле еребеҙҙә күреүебеҙгә шатбыҙ! — тине Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы... Ҡымыҙына ни етә!Фә­рит Мырҙагилде улы. — Бөгөн данлыҡлы Күгәрсен ерендә респуб­ликаның төрлө төбәктәренән ҡымыҙ етештереү оҫталары йыйылды. Улар, күптәргә башҡорт хал­ҡының милли эсемлеген яһау оҫталығын күрһәтеп, эш тәжрибәһе менән ур­таҡлашасаҡ, ҡымыҙ бешеү серҙәренә өйрәтәсәк.
Ярыш ҡайҙа ла ярыш инде. Бында ла сәмләнеп тотондо ҡымыҙсылар. Күгәрсен районы Аҙнағол ауылынан 78 йәшлек Әхәт ағай Сәлихов, ҡымыҙҙы боронғоса бешеү серҙәрен күрһәтеп, йыйылыусыларҙы арбаны. Ауырғазылар бигерәк йомарт инде, ана, “Урал” хужалығының баш зоотехнигы Раян Мырҙабаев ҡунаҡтарҙы шифалы ризыҡ менән һыйлай. Әйткәндәй, көрәш­селәр ауылыныҡылар — мораҙымдар бында ла һынатмай. “Беҙ көрәшә беләбеҙ ҙә ҡунаҡ һыйлай беләбеҙ”, — тип шаярта Раян. Көрәш тигәндән, бил бирмәҫ батыр ғүмерендә яурынына 160 тәкә һалған. Спорт мастеры. Ә бына даны киң таралған Вәкил Ильясовтың бүләккә алған һарығы бер көтөүлек — 550! Ошо уҡ райондың Төрөмбәт ауылында тыуған, бөгөн Нижневартовск ҡалаһында йәшәгән Марат Ибраҡов та байрамға килгәйне.
— Йыл һайын ҡайтып, тыуған яҡта ҡымыҙ эсеп китәм, — ти ул. — Шуға көрәштә бил бирмәйем...
Марат Ханты-Манси автономия округында өс тиҫтә йыл буйы көрәшеп, призлы урындарҙы бирмәй икән. Барлығы 50-нән ашыу һарыҡ алған. Бына шулай, башҡорттоң шифалы эсемлеге тәнгә лә, йәнгә лә сихәт.
Тирмә эсе гөж килә. Баҡһаң, бында ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Светлана Канарейкина менән ауыл хужалығы фәндәре докторы Ираида Әбүбәкирова 47 райондан килгән оҫтаның ҡымыҙын баһалай икән. Кем алға сығыры үҙҙәренә лә билдәле түгел, эсемлектәр тулты­рылған һауыттарға һандар ғына яҙылған. Барыһы ла алда әле...
Үткән йыл ҡымыҙсылар конкурсы Учалыла уҙғарылған. Йола буйынса, кем еңеүсе була, киләһе йылына ошо район ҡунаҡ ҡаршылай. Быйыл хужа булыу күгәрсендәр өлөшөнә төшкән.
Их, ҡымыҙы, ҡымыҙы... Ҡымыҙына ни етә!Элегерәк конкурста ҡымыҙ бешеүселәр генә ярышһа, быйыл йылҡы көтөүселәр ҙә “көс һынашты”. Улар атҡа эйәр һалыу, һикереп менеү, һыбай йөрөү оҫталығын күрһәтте, хатта, сыбыртҡы шартлатып, толпарҙарын “бейетеү” ҙә ҡаралғайны.
— Ирем Таһир менән тәүгә генә килеүебеҙ. Икенсе йыл ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ, — ти “Ишкилдина” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәйсә Ишкилдина. — Атайым дүрт баш ат менән башлағайны, хәҙер ғаилә шөғөлөнә әйләнде. 410 гектар һөрөнтө еребеҙ, 659 гектар көтөүлегебеҙ бар. Грантҡа тәҡдим иттеләр, уға 10 бейә, 10 ҡолон алдыҡ. Әле аттар һаны ете тиҫтәгә етеп килә. Бөтәһе 14 бейә һауабыҙ...
— Беҙҙең районда 12 фермер йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә, — ти Әлшәй районының баш зоотехнигы Флүр Солтанов. — Уңыштар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, Руслан Ахуновтың хужалығында 200 баш йылҡы иҫәпләнһә, шуларҙың 70-е — һауын бейәһе. Рәфис Әминев Ҡырғыҙ-Миәкә — Өфө юлында кафе асты. Районда йылҡысылыҡ үҫешә, шул иҫәптән, ҡымыҙ етештереү ҙә...
Әлбиттә, конкурс тураһында күп яҙып булыр ине. Шулай ҙа ярыштың иң тулҡынландырғыс мәле — еңеүселәрҙе билдәләү.
Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, туғыҙынсы тапҡыр үткәнендә улар ике номинацияла булды: ҡымыҙсылар, йылҡы көтөүселәр. Тәүгеһендә чемпион исеменә Әлшәй районы фермеры Руслан Ахунов лайыҡ булды. Бүләккә — саф башҡорт тоҡомло айғыр! Икенсе урынға Күгәрсен районының “Тәүәкән” хужалығынан Фәтхиә Харрасова сыҡты. Өсөнсө баҫҡысҡа Учалынан Лилә Лоҡманова (“Юлдаш” хужалығы) менән Рита Стенякина (“Юрға”) күтәрелде. Дүртенсе урын Дәүләкәндән Ниғмәтуллиндар ғаиләһенә бирелде.
Йылҡы көтөүселәр ҙә һынатманы. Тәүге урынға Күгәрсендән Фаил Юлдашбаев лайыҡ булһа, уның артынса Федоровканан Салауат Насиров икенсегә күтәрелде. Өсөнсө урынға Әбйәлил районынан Раян Ҡадиров сыҡты.
Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Эшкә дәрт, сәм алып ҡайтып китте ҡатнашыусылар. Икенсе йылға ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, тине күптәр. Киләсәктә лә һынатмаҫҡа ине, тине еңеүселәр. Шуға ла ярыш бит...


Вернуться назад