Алданған өлөшсөләр рәхмәтле19.07.2014
“Йәшел яр” торлаҡ комплексының 200-ҙән ашыу алданған өлөшсөһө Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итте. Уларҙың хатында былай тиелә:

“Беҙ, 200-ҙән ашыу кеше, “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2009 йылдан төҙөгән “Йәшел яр” торлаҡ комплексының алданған өлөшсөләре инек.
Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан, республика власы оҙаҡ ваҡыт мәсьәләне хәл итеү сараһын күрмәне. 2010 йылда Һеҙ республика етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс кенә, ыңғай үҙгәреш башланды.
Хоҡуҡи нормаларға ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә һәм Һеҙҙең етәкселектә зыян күргән граждандар, проблемалы объекттар реестры төҙөлдө. Был күп фатирлы йорттар төҙөү өлкәһендәге хәлде системалаштырыу мөмкинлеген бирҙе.
Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, 2011 йылда алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеү буйынса республика һәм урындағы башҡарма власть органдарының бурыстары билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта Һеҙ “Ҡояшлы” биҫтәһендәге һәм “Йәшел яр” торлаҡ комплексындағы проблемалы объекттар төҙөлөшөн тамамлау тураһындағы ҡарар ҡабул иттегеҙ.
Әммә төҙөүсе ойошмаға ҡарата бөлгөнлөк ғәмәлдәрен индереүгә бәйле хәл тағы ла ҡатмарлашты. Объект төҙөлөшө әүҙемләшеүгә төбәктә киң билдәле депутаттар, Өфө ҡалаһындағы түрәләр етәкселегендәге бөлгөнлөк, рейдерлыҡ буйынса тәжрибәле белгестәр эшкә аяҡ салырға маташты. Тап улар, ҡарарҙың үтәлмәҫлек икәненә ишара яһап, Һеҙгә яла яғырға тырышты. 2013 йылда беҙ тағы ла бер ҡаршылыҡҡа осраныҡ – закон буйынса фатирҙы өлөшсөләргә тапшырыу мөмкин түгел ине. Намыҫһыҙ түрәләр ҡарамағындағы рейдерлыҡ структураларының ҡайһы бер ғәмәлдәренә ҡарамаҫтан, Һеҙҙең ярҙам менән өлөшсөләрҙең талабы ҡәнәғәтләндерелде, һәм былтыр 30 декабрҙә республиканың Арбитраж суды бер төркөм юристар тарафынан төҙөлгән килешеүҙе раҫланы. Уға ярашлы, зыян күреүселәрҙең барыһына ла фатир бирелде.
Төбәк башлығының граждандар файҙаһына эшләүенә, республиканың именлеге хаҡында хәстәрлек күреүенә, законлылыҡ менән хоҡуҡ тәртибенең үтәлеүенә инандырҙығыҙ. Әле ошондай ҡатмарлы осорҙа Һеҙҙең яҡлы булыуыбыҙҙы белдерәбеҙ, сөнки власҡа ышанырға мөмкин икәнлекте ғәмәлдәрегеҙ менән иҫбатланығыҙ.
Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә башҡарған эш өсөн Һеҙгә рәхмәт. Артабан да тәжрибәгә һәм белемгә таянығыҙ, янығыҙҙа тоғро кешеләр булһын, һайлауҙан һуң лайыҡлы, аҡыллы һәм намыҫлы белгестәрҙән торған команда туплағыҙ”.




Вернуться назад