Әүҙемлеге таң ҡалдыра19.07.2014
Әүҙемлеге таң ҡалдыра
“Китап – белем шишмәһе” тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе бала саҡтан ишетеп үҫтек. Рухи донъяһын байытырға ынтылған һәр кем ҡулына китап ала. Яратып уҡыған әҙәби әҫәр геройҙарының донъяһын гиҙеү үҙе ни тора! Беҙҙе бына ошо сихри байлыҡ менән тоташтырған нурлы күпер ул – китапхана. Бер үк ваҡытта төрлө йүнәлештәге мәғлүмәт биреү үҙәге лә, халыҡтың ялын файҙалы итеп үткәреү урыны ла. Китапханасылар үҙҙәре лә — бай күңелле, бар яҡтан да әүҙем заттар. Был һүҙҙәр Красный Холм ауылы китапханаһы мөдире Рәшиҙә апай Шәймөхәмәтоваға ла ҡағыла.

Әүҙемлеге таң ҡалдыраСтәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу учи­лище­һының театр бүлеген тамамлаған Әлшәй районы һылыуы өс тиҫтә ярым йыл ошо белем йортонда эшләй. Яратҡан һөнәренә мөкиббән ғашиҡ. Йыр-моңға маһир, аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, ҡулына ҡәләм алырға ашыҡ­ҡан Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы — ысын мә­ғәнәһендә коллективтың йөҙөк ҡа­шы.
Халҡым, милләтем тип янып йә­шәгән апайыбыҙ эшендә лә әүҙем. “Ватан” башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары, китапханалағы “Йән­шишмә” әҙәби клубының етәксеһе лә. Ул – барыбыҙҙың да күңеленә дәрт һәм илһам өҫтәгән бай йөкмәткеле кисәләр, республикабыҙҙың билдәле шағир һәм яҙыусылары, мәҙәниәт әһелдәре менән осрашыуҙар, әҙәби ултырыштар үткә­реүҙе башлап йөрөүсе. Тәү сиратта уның тырышлығы менән китапханала халҡыбыҙҙың тарихына, йолаларына, бөгөнгө көнитмешенә арналған мөйөш булдырылған. Уны бәләкәй музей тип атарға ла мөмкин. Бында милли ҡо­мартҡылар, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен сағылдырған үҙенсәлекле экспонаттар тупланған. “Бындай әйберҙәрҙең урыны түрҙә булырға тейеш”, — тип бик дөрөҫ әйтә китапханасы.
Күптән түгел Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәйҙә үткән “Ауаз” башҡорт этник мәҙәниәт һәм сәнғәт фес­тивалендә ҡалтасылар “Ҡаҙ өмәһе” йолаһын күрһәтте. Сығыш баһалама ағзаларына бик оҡшаны. Һөҙөмтәлә сарала ҡатнашҡан “Йәншишмә” клубы ағзалары II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы етәкселегендә эшләгән ижади коллектив тырышлығы менән халҡыбыҙ йо­лаларының, ғөрөф-ғәҙәттәренең ғү­ме­ре оҙайлы булыр тип ышанғы килә.
Ғаиләһендә лә уңған беҙҙең Рәшиҙә апайыбыҙ. Тормош иптәше Сабит ағай менән өс малайға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп, бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле олатай һәм ѳөләсәй улар. Әле лә гөрләтеп донъя көтөргә лә, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ла, ауылда үткәрелгән сараларҙа ҡатнашырға ла ѳөлгөрәләр.


Вернуться назад