“Батша хәҙрәттәре һәм Тыуған ил хаҡына!”18.07.2014
“Батша хәҙрәттәре һәм  Тыуған ил хаҡына!”
“Беренсе империалистик һуғыш”.
10 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен яу яландары йотҡан, 20 миллиондан күберәген теге йәки был дәрәжәлә ғәрипләндергән ҡанлы ваҡиғаға совет тарих фәне таҡҡан был атаманың хәҡиҡәтте сағылдырыуына шик белдереү өсөн ныҡлы дәлилдәр юҡ. Ләкин, күптән булып үткән ваҡиғаларға яңы осор күҙлегенән баһа биреп, мөһим даталарға, айырыуса ҙур һуғыштар менән бәйлеләренә ҡарата, уны булдырмаҫҡа ла мөмкин ине бит, тигән ҡараш әле лә йәшәй.

“Батша хәҙрәттәре һәм  Тыуған ил хаҡына!”Беренсе донъя һуғышы башланыуҙың 100 йыллығына бәйле лә тап шундай фекерҙәр ҡыйыуыраҡ яңғырай. АҠШ-тың “The American Conservative” баҫмаһының “Рәсәй Беренсе донъя һуғышын нисек туҡтата ала ине?” тип аталған аналитик мәҡәләһендә һүҙ ошо хаҡта бара. Донъяның 34 дәүләтен солғап аласаҡ һәләкәт тураһында башлап һүҙ ҡуҙғатыусы “Буласаҡ һуғыш һәм уның иҡтисади эҙемтәләре” тигән китабында Иван Блиох 1898 йылда уҡ күрәҙәләп яҙып сыҡҡан. 1909 йылда Норман Энжелл, ошо уҡ темаға мөрәжәғәт итеп, “Бөйөк иллюзия” тигән монография ижад иткән. Ике автор ҙа бөйөк державалар араһында ҡубасаҡ һуғыш оҙайлы, күп юғалтыуҙар талап иткән һәм иң мөһиме – һөҙөмтәһеҙ буласаҡ, тип иҫкәрткән.

Күрәҙәсе –
элекке министр

“Батша хәҙрәттәре һәм  Тыуған ил хаҡына!”Ләкин, “The American Conservative” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бығаса тарихта күрелмәгән үлеш-ҡан ҡойоштоң сценарийын иң теүәл күрәҙәләүсе Рәсәй империяһының элекке эске эштәр министры Петр Дурново булып сыға. Батша Николай II яҙған запискаһында ул, Рәсәйҙең Франция (Англияның союздашы) менән Германияға ҡаршы альянсҡа инеүе ҙур һәләкәткә килтереү ихтималлығы менән янай, тип белдерә. Европа сәйәсәтенең үҙәк факты булып Германия менән Англия араһындағы көрәш тора, тип яҙа элекке министр, һәм ул ҡасан да булһа һуғышҡа килтерәсәк.
Дурново хатта бер-береһенә ҡаршы торған ике хәрби коалицияға ҡайһы илдәр ҡушыласағын да оло күрәҙәлек менән атап сыҡҡан. Өс яҡлы союзда (Антанта), Англия, Франция һәм Рәсәйҙән тыш, Сербия, Черногория, Италия аталһа, “Үҙәк державалар”, йәғни Германия, Австро-Венгрия яғында Төркиә, Болгария күрһәтелгән. Һу­ғыш­тың төп ауырлығын Рәсәйгә күтәрергә тура киләсәк, тигән элекке министр, сөнки Англия континенталь һуғышта йүнләп ҡатнаша алмаясаҡ, ә кеше ресурс­тары самалы булған Франция күберәк оборона тоторға мәжбүр ителәсәк. Хикмәт унда ғына ла түгел, ти записка авторы, Рәсәй империяһының ундай оҙайлы һуғышҡа әҙерлеге юҡ.
Һуңғы фекере менән Дурново Рәсәйҙең 1905 – 1907 йылдарҙағы урыҫ-япон һуғышында хурлыҡлы рәүештә тар-мар ителеүен күҙ уңында тотҡандыр. Һуғыш Рәсәйҙең еңелеүенә һәм илдә революцион кәйефтәрҙең көсәйеүенә килтерәсәк, сыуалыштар башланасаҡ, бар ғәйепте йәмәғәтселек батшаға ауҙарасаҡ, тигән һығымта яһай элекке министр. Тап шулай килеп сыға ла.
Дурново Рәсәйҙең Франция менән яҡынлашыуына кире баһа биргән. Республика кәйефле француздар менән монархия хөкөм һөргән урыҫтар араһында ысынлап та уртаҡлыҡтың булыуы ышандырмай. Киреһенсә, Германия Рәсәй өсөн тәбиғи союздаш була алыр ине, тип яҙа автор, сөнки улар араһында ҡаршылыҡтар юҡ, ә бына сауҙа өлкәһендә мәнфәғәттәр тап килә. Күрәһең, дәрәжәле чиновник был һығымтаһын ашығысыраҡ яһап ташлаған, сөнки Балҡан ярымутрауында нығынырға йыйынған Германия кайзеры Рәсәй менән яҡынлауға мохтажлыҡ кисермәгән. Беренсенән, нигеҙҙә славян халыҡтары көн иткән был төбәктә Германияның нығыныуына Рәсәй батшаһы тәүгеләрҙән булып ҡаршы төшһә; икенсенән, тарихтан яҡшы мәғлүм: Германия Рәсәйҙе бер ҡасан да етди союздаш тип ҡабул итмәгән. Хатта яйы сыҡҡан саҡтарҙа һөжүм итергә ынтылған. (Быны Икенсе донъя һуғышы миҫалы ла раҫлап тора).
Ләкин батша солғанышында Франция менән ныҡлы мөнәсәбәттәр (әйтерһең дә, теүәл бер быуат элек оло һуғыш булмаған) урынлаштырыу яғында тороусылар күберәк булып сыҡҡан. Быға, беренсенән, империяның француз капиталына мохтажлыҡ кисереүе булышлыҡ итһә; икенсенән, урыҫ аристократтары араһында сығышы менән немецтар байтаҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар француз мәҙәниәтен яҡыныраҡ күрә, французса һөйләшә, ә Германияға (йәнәһе, ул Рәсәйҙе кәмһетә) шикләнеп ҡарай. Баш командующий Николай Николаевич та немец коллегаһын өнәп еткермәй, ставкаһына Франция байрағын элә.

Декабристар
һулышы аңҡый

Дурновоның Франция менән яҡынлауға хәүеф менән ҡарауының төп сәбәбе – республика кәйефтәренең Рәсәйгә емергес йоғонто яһау ихтималлығында. Ысынлап та, Рәсәйҙең 1813 – 1814 йылдарҙағы сит ил походында йөрөп ҡайтҡан декабристарҙың ун йыл уҙғандан һуң да, Сенат майҙанына сығып, крепостной тәртиптәрҙе бөтөрөүҙе, гражданлыҡ азатлығы талап итеүен башҡаса аңлатыу мөмкин дә түгел.
Эйе, тигән элекке министр, ҡайһы бер илдәр өсөн президентты барлыҡ граждандар ҡатнашлығында һайлау уңайлы, ләкин был тәртип Рәсәй империяһы өсөн түгел, сөнки ул саҡта ил мотлаҡ тарҡаласаҡ. Монархия яҡлы чиновник Рәсәй өсөн өлгөнө партиотик маҡсат менән берләшкән “юғарылағылар”ҙың “түбәндәгеләр”ҙе ауыҙлыҡлап тотоуында күргән. Йәғни 1904 – 1905 йылдарҙағы инҡилабты шәфҡәтһеҙ рәүештә баҫтырған эске эштәр министры Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт советы кеүек институттар урынлашыуҙы ҡабул итмәгән, тимәк, илдә граждандар йәмғиәте ойошоуға ҡаршы сыҡҡан. Был ҡараштың нигеҙһеҙлеген тарих күп тапҡырҙар раҫлауына ҡарамаҫтан, записка авторының һуғыш менән бәйле фекере һис тә бәхәс тыуҙырмай, һәм был ҡарашты АҠШ баҫмаһы ла уртаҡлаша.


Вернуться назад