Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың “Интерфакс” агентлығында үткәрелгән журналистар менән сираттағы осрашыуы Дәүләт автоинспекцияһының тәүге ярты йыллыҡтағы эш һөҙөмтәләренә арналды.
Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, юлдарҙағы хәл көсөргәнешле ҡала. Юл-транспорт фажиғәләре кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Мәҫәлән, алты айҙа улар 1717-гә еткән, авариялар һөҙөмтәһендә 251 кеше һәләк булған, 2138-е төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәте алған. Һәләкәттәрҙең сәбәбе бер нисә, шуларҙың иң хәүефлеһе – эскән килеш рулгә ултырыу. Иҫерек водителдәр ғәйебе менән 37 юл ҡазаһында дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, 48-е дауаханаға оҙатылған. Автомобиль юлдарының сифатын да яҡшыртырға кәрәк, был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн төрлө техник ҡорамалдар ҡуллана. Республика биләмәһенән үткән федераль трассаларҙа һәм ҡайһы бер ҡалаларҙа киләсәктә улар, дөйөм алғанда, дүрт тапҡырға артасаҡ.
Журналистар Динар Ғилметдиновтан юл хәрәкәтен ойоштороу, уның хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға төплө яуап алды.
Осрашыу тураһындағы тулыраҡ материалды гәзиттең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.