Байышевтың дәғүәһе ҡәнәғәтләндерелгән18.07.2014
Гәзиттең 13 июнь һанында Сибай ҡалаһынан Ф. Ба­йышевтың матбуғат баҫмаларын таратыу эшенә ҡарата дәғүәһе баҫылғайны.

“Беҙҙә почта ифрат насар эшләй, – тип белдергәйне ул. – Мәҫәлән, 20 майҙа сыҡҡан “Башҡортостан” гәзи­тен 29-ында саҡ килтерҙеләр. Ваҡытында алмағас, баҫмаға артабан нисек яҙылмаҡ кәрәк?! Үҙебеҙҙә сыҡ­ҡан гәзит тә күп ваҡыт һуңлап килә. Матбуғатты таратыу өлкәһендә берәй ҡасан тәртип булырмы икән?”
Мөрәжәғәткә битараф ҡалманылар: Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығынан яуап хаты килде. Унда белдерелеүенсә, Ф. Байышевтың яҙмаһы буйынса тикшереү уҙғарылған. Хәбәрҙәге дәлилдәр раҫланған. Һөҙөмтәлә почтаны таратыу эше яйға һалынған.
“Матбуғат баҫмаларын уҡыусыларға еткереүҙәге тәртипте боҙған өсөн почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә ҡарата Сибай почтамты етәксеһенең бойороғона ярашлы сара күрелде, – тиелгән яуапта. – Сибай почтамты етәкселегенә бүлексәләрҙең эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү бурысы йөкмәтелде”.


Вернуться назад