27 китапханаға – бер дана “Башҡортостан”!18.07.2014
13 июнь һанында иһә Өфө районының Дмитриевка ауылында йәшәгән уҡыусыбыҙ Ә. Хөсәйеновтың хәбәре баҫылғайны.


Авторыбыҙ, беҙҙең “Тиҙ ярҙам”ға шылтыратып, Дмитриевка ауылы китапханаһында башҡорт баҫмаларының аҙ булыуына зарланғайны. Ошо көндәрҙә Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаровтан шундай йөкмәткеле яуап хаты алдыҡ:
“Өфө районының Биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуына һәм ихтяжына ҙур иғтибар менән ҡарай. Был учреждениеның төп йүнәлештәренең береһе – тыуған яҡты өйрәнеү. Шуға ла матбуғатҡа яҙылған мәлдә урындағы баҫмаларға өҫтөнлөк бирелә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының китаптар нәшер итеү буйынса комиссияһы аша урындағы баҫмаларҙы күпләп алабыҙ.
Гәзит-журналға хаҡ артҡандан-артһа ла, был яҙылыу күләмендә әллә ни сағылыш тапмай. Икенсе ярты йыллыҡҡа “Аманат” (18 дана), “Аҡбуҙат” (29), “Башҡортостан” (39), “Башҡортостан ҡыҙы” (18), “Ватандаш” (18), “Йәншишмә” (11 дана) һәм башҡа баҫмаларға яҙылғанбыҙ. Бынан тыш, һәр китапханала Интернет селтәренә тоташтырылған компью­терҙар бар.
Беҙгә килгән бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай”.


Вернуться назад