Иген дә, мал да, бал да – үҙҙәренеке18.07.2014
Иген дә, мал да, бал да – үҙҙәренеке
Төҙөлөш отрядында эшләү – студент тормошонда мауыҡтырғыс мәлдәрҙең береһе. БДУ-ның Сибай институты ла йәштәрҙе был бәхеттән мәхрүм итмәй. Уҡыу йортонда эшләп килгән “Ирәндек” төҙөлөш отрядына ун йыл тулды.

Уның етәксеһе Рина Микрюкова әйтеүенсә, ошо ваҡыт арауығында 500-ҙән ашыу студент үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡараған. Йәштәр башлыса институттың “Төйәләҫ”, Баймаҡ ра­йонының Иҫән ауылы янындағы “Талҡаҫ” һауыҡтырыу комплекстарында эшләй, ятаҡты, уҡыу корпусын ремонтларға ярҙам итә. Йыл да йәйге каникул мәлендә өс хеҙмәт сменаһы ойошторола.
Беҙ барғанда студенттар Раил Ҡансурин менән Илнар Жәйләев төп корпустың подвалына ҡом ташый ине.
Иген дә, мал да, бал да – үҙҙәренеке– Эш ауырыраҡ, әлбиттә, әммә тыры­шабыҙ, – тип йылмайҙы Раил. – Институтта уҡый башлағандан алып төҙөлөш отрядында дүртенсе мәртәбә ҡатнашам. Өсөнсө сменаға ла килергә иҫәп бар – әҙерәк аҡса эшләп алыу ҡамасауламаҫ.
Әйткәндәй, бында хеҙмәт хаҡы – 9 – 11 мең һум. Махсус кейем бирәләр, төшкө аш, ятаҡта бушлай йәшәү ҡаралған. Ҡыҙҙар бинала буяу, ағартыу эштәрендә ярҙам итә. Уларҙың араһынан иҡтисад факультеты студенты Әлиә Мөхтәрованы айырыуса маҡтап телгә алдылар.
“Ирәндек”тәрҙең “Уралиә” исемле агитбригадаһы бар. Йәштәр хеҙмәттә лә йыр-моңдан айырылмай, кәрәк сағында концерт менән дә сығыш яһарға өлгөрә. Иген дә, мал да, бал да – үҙҙәренекеТөҙөлөш отрядында иң яҡшы эш һө­ҙөмтәһе күрһәткәндәр институт етәк­селеге тарафынан Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан ял йортона юллама менән бүләкләнә.
Институттың 28 гектар майҙанды биләгән “Төйәләҫ” агрокомплексына айырым туҡталып үтәйек. Унда студенттар ғилми эҙләнеүҙәр алып бара, төрлө тәжрибә нигеҙендә ауыл хужалығы өлкәһендәге белемен нығыта.
Бында барлыҡ шарттар булдырылған: уҡыу корпусынан, йәшәү өсөн бәләкәй йорттарҙан тыш, иген һаҡлау келәте, умарталыҡ, ат һарайы, йәшелсә-емеш баҡсаһы, иген культуралары үҫтереү өсөн баҫыуҙары бар.
Комплекс начальнигы Илшат Ғафаров беҙҙе Баймаҡ районының Күлтабан ауылы янындағы умарталыҡтарға алып барҙы. Эргәлә генә люцерна үләне шау сәскәгә күмелеп ултырһа, артабан ҡарабойҙай, көнбағыш баҫыуҙары һуҙылып китә. Ҡортсо Салауат Солтанов һәр умартаны хәстәрләп тора.
Бында йылҡысылыҡҡа ла иғтибар көслө. Ҡыш­ҡылыҡҡа бесән студенттар ҡатнашлығында әҙерләнә. Ҡымыҙ етеш­тереү яйға һалынған, был файҙалы эсемлек институттың ашханаларында та­ра­тыла. Итте лә ситтән һатып ал­майҙар, малды үҙҙәре аҫрап һимертәләр. Картуф, сөгөлдөр, кишер һәм башҡа йәшелсә лә студенттарҙың көсө менән үҫтерелә.
Кәримә Усманова әҙерләне


Вернуться назад