Филология факультетындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең II курсын тамамлаған Әлиә Әминева – институтта иң әүҙем студенттарҙың береһе.
Зирәк ҡыҙ барыһына ла өлгөрә: кисәләрҙе йәнле итеп алып бара, конкурстарҙа ихлас ҡатнаша, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай. Шулай ҙа иң яратҡан шөғөлө – ҡул эштәре менән булышыуҙыр. Был һәләте билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкләгән “Ете ҡыҙ” матурлыҡ һәм “Арҡайым” этно-фольклор студияларына йөрөй башлағас барлыҡҡа килгән. Былтыр Әлиә, ҡалала уҙған “Һылыуҡай” бәйгеһендә ҡатнашып, II урынды яулаған, “Иң аҡыллы гүзәлкәй” номинацияһында еңгән.
Студенттың үҙе эшләгән ҡашмауына, түшелдерегенә, сәсмәүеренә һоҡланмау мөмкин түгел! Тырыш ҡыҙ шулай уҡ ҡорама юрғандар тегергә, кейеҙ баҫырға өйрәнә икән.
– Буласаҡ әсәләргә, хужабикәләргә ошондай шөғөлдәрҙе үҙләштереү бик мөһим. Өйрәнгәндәремдең киләсәк тормошомда ҙур ярҙам булырына шигем юҡ, – ти Әлиә. – Күптән түгел төҫлө ҡағыҙҙарҙан, кәнфит тыштарынан күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләр эшләргә өйрәндем.
Әлиә Әминеваны күптәр халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы “Урал батыр”ҙы яттан һөйләүселәр конкурсы еңеүсеһе булараҡ та белә. Әҫәрҙе, башҡортсанан тыш, урыҫ, инглиз телдәрендә лә башҡара ул. Ҡумыҙ сиртергә, думбырала уйнарға ла оҫта.
Зирәк ҡыҙ фән менән ҡыҙыҡһына. Әйтәйек, быйыл институтта уҙғарылған “Фән аҙналығы”нда, “Урал батыр” көндәрендә тәүге урындарҙы яулаған, биш ғилми мәҡәләһе донъя күргән.
Шулай уҡ “Шаян уйын”, “Йондоҙҙар майҙаны”, “Йыл студенты” сараларында, сәсәндәр ярышында ҡатнашырға өлгөрә Әлиә. Республика йәштәренең “Беҙ – Башҡортостан киләсәге” ойошмаһының иң әүҙем ағзаһы, Сибай ҡала китапханаһында ойошторолған “Серҙәш” ҡатын-ҡыҙҙар клубы рәйесе лә ул. Тырыш, уңған ҡыҙға артабан да уңыштар юлдаш булһын.