Һаулығыңды һаҡлар “фәрештә” булғанда...18.07.2014
Һаулығыңды һаҡлар “фәрештә” булғанда...
1-се ятаҡта урынлашҡан медпунктта фельдшерлыҡ хеҙмәтен ике тиҫтә йылға яҡын инде Хәлиҙә Шәрипова алып бара. Үҙ эшен мөкиббән яратҡан тәжрибәле белгестән студенттар бик ҡәнәғәт.


Хәлиҙә Зариф ҡыҙы – Күгәрсен районынан. Урта мәктәптән һуң Сибайҙағы медицина училищеһында белем алған, хеҙмәт юлын Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында фельдшер булып башлаған. Кейәүгә сыҡҡас, ире менән Яҡутстанда эшләп алғандар, унан, балалары донъяға килгәс, Сибайға күсеп ҡайтҡандар. Хәлиҙә Зариф ҡыҙы ҡалала яңы асылған институтта медпункт мөдире булып эшкә тәғәйенләнгән. Шунан алып студенттар араһында гөрләп йәшәй ул.
Фельдшерҙың һәр көнө тынғыһыҙ: кемдер һыуыҡ тейеүҙән яфаланһа, икенсеһенә ашҡаҙан сире тынғы бирмәй, бәғзеләр, ятаҡ тормошона, яңы таныштарына өйрәнеп китә алмайынса, төрлө хәлгә тарый... Хәлиҙә Шәриповаға айырыуса I курс студенттары өсөн хәстәрлекле табибә генә түгел, “икенсе әсәй” ҙә булырға тура килә. “Иркен тормош”ҡа күстек тип, “шаярғылап” алғандарға ла тәүгеләрҙән булып Хәлиҙә Зариф ҡыҙы ярҙамға килә.
Медпунктта стоматология, психологик ярҙам, физиотерапия кабинеттары, өс койкалыҡ изолятор бүлмәһе, фитобар урынлашҡан. Барыһының да заманса йыһазландырылыуы, әлбиттә, институт етәкселегенең йәштәрҙең һаулығына ҙур иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләй. Ысынлап та, сәләмәт кеше генә яҡшы уҡый, уҡыу йорто тормошонда әүҙем ҡатнаша, тимәк, белем усағының, республикабыҙҙың данын күтәрерлек шәхес булып тәрбиәләнә ала. Ә инде янында һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған Хәлиҙә Шәрипова кеүек үҙ эшенең оҫтаһы бар икән, бер ниндәй сир ҙә ҡурҡыныс түгел.


Вернуться назад