“Сибай институтын һайлаһағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ”18.07.2014
“Сибай институтын һайлаһағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ”
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, техник фәндәр кандидаты, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы ЙӘРМӨХӘМӘТОВ менән уҡыу йортоноң киләсәккә пландары, яңы белгестәр әҙерләүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләштек.


– Зиннур Ғөбәйҙулла улы, һуңғы йылдарҙа юғары белемлеләрҙең эш таба алмауы ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Был һеҙҙең сығарылыш студенттарына ла хасмы?
– Республикала, илебеҙҙә ҙур мәғариф һәм фән үҙәге булған Сибай институтын тамамлағандарҙың барыһы ла эшкә урынлаша, төрлө тармаҡта уңышлы хеҙмәт итә. Етәкселәр ҙә бихисап. Әйткәндәй, күптән түгел Бөрйән районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Рөстәм Шәрипов та заманында беҙҙә белем алды.
Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: былтыр сентябрҙә үткәрелгән дәүләт аккре­дитацияһында Сибай институтындағы эш сифатының юғары булыуы тағы ла бер ҡат иҫбатланды.
“Сибай институтын һайлаһағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ”– Институтта ниндәй һөнәр белгес­тәре әҙерләүгә өҫтөнлөк бирелә?
– Заман менән бергә атлайбыҙ: бөгөнгө хеҙмәт баҙары талаптарына ярашлы белгестәр әҙерләүҙе төп маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Киләсәктә “Бизнес-информатика”, “Фундаменталь һәм ғәмәли лингвистика”, “Техномөхит хәүефһеҙлеге: магистратура, биология һәм педагогик белем биреү” специальностары буйынса студенттар ҡабул ителәсәк. Быйыл “Педагогик белем” йүнәлешендәге ҡайһы бер профилдәрҙә үҙгәрештәр бар.
Ике йыл элек “География”, “Психология”, “Экология һәм тәбиғәтте файҙа­ланыу”, “Транспорт-технология ма­­ши­на­ларын һәм комплекстарын эксплуатациялау”, “Материалдарҙы художестволы эшкәртеү технологияһы” спе­циальностары буйынса белем биреүгә лицензия алдыҡ.
– Уҡыу йорттарында бюджет урындары йылдан-йыл кәмей. Ә килешеү нигеҙендә белем алыуға килгәндә...
– Бик ауыр, тип әйтер инем. Килешеү нигеҙендә уҡыусы йылына 60 мең һумдан ашыу аҡса түләргә мәжбүр. Ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн был айырыуса ҡиммәт, ә ундайҙар беҙҙең студенттарҙың 90 проценттан ашыуын тәшкил итә. Ғөмүмән, уҡыуға хаҡ күтәрелеүе – абиту­риент­тарҙың кәмеүенә килтергән төп сәбәп.
– Ҡатмарлы хәлде бер аҙ яйға һалыу өсөн ниҙәр эшләйһегеҙ?
– Түләүле бүлектәгеләрҙең барыһына ла дөйөм ятаҡтан урын бүленә. Яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡат­нашҡан студенттарға стипендия ла тәғәйенләнә. Бүлеп түләү мөмкинлеге ҡаралған. Ата-әсә шулай уҡ бирелгән аҡсаның 13 процентын һалым инспек­цияһы аша кире ҡайтара ала: яҡынса 30 мең һумы кире ҡайта. Балаһына уҡыу йортон һайлағанда өлкәндәр ошоға иғтибар итһен, башҡаларҙағы шарттарҙы беҙҙеке менән сағыштырып ҡараһын ине тигән теләктәмен.
Тағы ла бер өҫтөнлөгөбөҙ бар: белемгә ынтылғандарҙы, һәр яҡлап өлгө күрһәткәндәрҙе, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы бюджет төркөмдәренә күсерәбеҙ.
– Буласаҡ студенттарҙы йәшәү шарттары ла ҡыҙыҡһындыралыр...
– Дөйөм ятаҡтарҙың барыһы ла заман талаптарына яуап бирә. Конкурстарҙа һәр саҡ тәүге урынды яулауыбыҙ күп нәмә хаҡында һөйләй. Учреждениела шулай уҡ аш-һыу, ял итеү, уҡыу, душ, спорт бүлмәләре, тоҙ шахтаһы, бассейн, һауыҡтырыу үҙәге, массаж кабинеттары эшләй. Беренсе ятаҡта медпункт, стоматология, психологик ярҙам кабинеттары, фитобар урынлашҡан.
Беренсе курс студенттарын ятаҡҡа тәү сиратта урынлаштырабыҙ. Өлкәнерәктәр уларҙан һуң урын алыу мөмкинлегенә эйә. Ғөмүмән, студенттарҙың барыһы ла ятаҡ менән тәьмин ителә. Биналарҙа видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйылған.
– Һөнәр һайлау алдында торған ҡыҙ һәм егеттәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар, Зиннур Ғөбәйҙулла улы?
– Һәр кем күңеленә яҡын, йөрәге ҡушҡан һөнәрҙе һайлаһын ине. Шул саҡта уҡыуы ла, эшләүе лә еңел буласаҡ.
Беҙҙең институтта белем алыусылар һәр саҡ алға ынтылып йәшәй. Бер юлы ике һөнәр алып сыҡҡандар ҙа байтаҡ. Теләгәндәр белемен ситтән тороп та камиллаштыра.
Ғөмүмән, Сибай институтын һайлаған йәштәр яңылышмаҫ.


Вернуться назад