Белем диңгеҙендә йөҙгән нәҫел25.01.2012
Мәрйәм апайым

Был нәҫелдең башҡа быуындарында ла халҡы өсөн янған, зыялы кешеләр күп, үҙем белгән тиклем улар тураһында ла һөйләгем килә. Имам-хатип Мөхәммәткафи Ҡотлозаман улының ҡыҙы Мәрзиәнең дә балаларының тормошо бик фәһемле. Мәрзиә инәй Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында йәшәй, ире мулла була. Ҡыҙы Мәрйәм апай бик аяныслы яҙмышлы булһа ла, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, балаларын, туғандарын аяҡҡа баҫтырҙы һәм тәрбиәләне. Миңә лә Хоҙай Tәғәләнең рәхмәте менән уға яҡын йәшәргә, тәрбиә һәм фәһем алырға мөмкинлек булды. Мәрйәм апай иҫ киткес изгелекле, белемле, тәрбиәле, дингә мөкиббән бирелгән кеше ине. Уның шулай туған йәнле булыуын ғәжәп ҡыла инем. Ул миңә былай тине: “Барлығы ике бала таптым, ә ете бала үҫтерҙем”. Ул ғүмер буйы яҡындарының ҡайғыһын, мәшәҡәтен үҙенеке кеүек ҡабул итте һәм уларҙы ярҙамынан өҙмәне.
1937 йылда уның ире Хажиәхмәт Әмировты һәм Мәрйәм апайҙы ҡулға алалар. Ике балаһын — ҡыҙы Ләлә менән улы Миҙхәтте – балалар йортона ебәрәләр.
Хажиәхмәт бабай бик белемле була. Совет хөкүмәтенә ысын күңелдән хеҙмәт итә. Оҙаҡ ваҡыт мәктәп, техникум директоры булып эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, уны “халыҡ дошманы” тип ун йылға хөкөмгә тарттыралар.
Мәрйәм инәй һорау алғанда бик ныҡ тора. Ниндәй ғәйеп таҡһалар ҙа, баш тарта. Үҙҙәренә кәрәк мәғлүмәтте ала алмағас, ярты йылдан ашыу ултыртҡандан һуң, уны төрмәнән сығаралар. Ҡайтыу менән балаларын эҙләп табып, ул Урта Азияға китә. Яңы урында бик күп ауырлыҡтар кисерә. Ҡайҙа ғына эшләмәй Мәрйәм апай! Улы Миҙхәттең һуғышҡа бармаҫҡа броне булһа ла, үҙе теләп китә. “Кешеләр һуғыштан еңеп ҡайтыр, мин уларға нимә тип әйтермен?” — ти ул. Үкенескә ҡаршы, фронтта һәләк була.
Мәрйәм апайҙың ҡыҙы Ләлә 1947 йылда Ташкентта Хоҡуҡ институтын тамамлай. Урта Азияның төрлө райондарында прокурор ярҙамсыһы, прокурор булып эшләй.
Хажиәхмәт бабайҙы аҡлап, һөргөндән ҡайтаралар. Ғаилә Башҡортостанға ҡайтыу юлын эҙләй башлай. Ниһайәт, 1957 йылда был бәхеткә өлгәшәләр. Ләлә апай Өфөлә төрлө юридик вазифаларҙа эшләй. 1959 йылда уны республиканың юстиция министры итеп ҡуялар. Был вазифала хаҡлы ялға киткәнсе, барлығы 14 йыл, эшләй ул.
Ләлә апайҙың улы Валерий Иҙрисов та, уның ҡыҙҙары Аида менән Лира ла әсәһе, өләсәһе юлынан китте — хоҡуҡ белгестәре. Тормошта үҙҙәренең ныҡлы урынын тапҡан кешеләр, сөнки уларға ғүмер буйы Мәрзиә, Мәрйәм өләсәләренең доғалары ярҙам итеп килә. Миндә Мәрзиә инәйҙең доғаһы һаҡланған. Уны әсәйем Сара биргәйне.
Шөкөр ниғмәт, шәһи дәүләт,
Яҡты иман бир.
Хоҙайым, донъялыҡта дәүләт бир,
Телеңә зекер, тәсбих бир,
Күңелемә тәүфиҡ бир,
Әхирәттә йәннәт бир.
Аллаһу әкбәр.
Мөхәммәткафиҙың икенсе ҡыҙы Ғизелбанат бик белемле була. Ташбүкән ауылы егетенә кейәүгә сыға, ире мулла була. Ғизелбанат бик йәшләй донъя ҡуя. Уның Өммөгөлсөм исемле ҡыҙы ҡала. Был баланы олатаһы Мөхәммәткафи үҙе үҫтерә.

Өмөлхаят өләсәйем

Мөхәммәткафиҙың өсөнсө ҡыҙы — Өмөлхаят. Минең өләсәйем. Зәки Вәлидиҙең әсәһе.
Өмөлхаят бәләкәйҙән бик зирәк, белемгә ынтылышлы, тырыш бала була. Төрлө телдәрҙе белә, Ҡөрьәнде ятҡа уҡый. Көҙән ауылы муллаһы Әхмәтшаға кейәүгә сығып, бик матур тормош ҡоралар. Ғүмер буйы ҡыҙ балаларҙы уҡыта. Алты бала үҫтерәләр.
Зәки Әхмәтша улы Вәлидовтың тормошон, эшмәкәрлеген, ғалимлығын гәзит уҡыусы яҡшы белә. Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә, улы Сүбиҙәй ҙә — ғалимдар. Иҫәнбикә Туған — тарих фәндәре докторы, профессор. Уның ҡыҙы Сара Америкала докторантурала уҡый. Сүбиҙәй — иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Бер улы, бер ҡыҙы бар. Улар ҙа бик белемле, тырыш.
Барый Әхмәтша улы Вәлидов бәләкәстән белемгә ынтылыусан була. 1914 йылғы Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Яраланып ҡайтһа ла, уҡыуын дауам итә. Ҡазанда уҡыу йортон бөтөрөп, математиканан белем бирә. Балаларға урыҫ телен дә өйрәтә. Һуғышта алған яранан ауырып йәшләй мәрхүм була. Балалары етем ҡала. Олатайым Әхмәтша менән өләсәйем Өмөлхаят булдыра алған тиклем ярҙам итә, ләкин уларҙы һөргөнгә ебәрәләр. Шулай ҙа был балалар юғалып ҡалмай. Барый бабайыбыҙҙың Ғәфифә исемле ҡыҙы әле лә иҫән, 89-сы йәше менән бара. Тормош юлын лайыҡлы үтте. Дүрт бала үҫтерҙе, барыһына ла белем бирҙе. Үҙе Ишембай районында абруйлы бухгалтер булды. Әле Ишембай ҡалаһында балаларының ихтирамын, иғтибарын күреп йәшәй.
Барый бабайҙың бүләләре бөгөн ҙур белемгә эйә. Ринат Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамланы. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, Америка Ҡушма Штаттарына китте, унда ғилми эш менән шөғөлләнә. Рәмил — математик, фән кандидаты.
Ғәбделрәүеф Әхмәтша улы — математик. Ҡазанда уҡып ҡайтҡас, бухгалтер булып эшләй. Туғандарын да ошо һөнәргә ылыҡтыра. Уларҙың ҡайһылары ғүмер буйы шул эштә булды. Нәҫелебеҙ йыр-моңға ғашиҡ. Ғәбделрәүеф бабайым скрипкала, гармунда, мандолинала матур уйнаған. Ул, уҡытыуҙан тыш, ауыл халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн күп эш башҡарған. Аслыҡ башланғас, хөкүмәттән юллап, халыҡты ашатырға ашхана астыра. Ғаиләһе, туғандары, ауыл халҡы өсөн йән атып, балаларға белем биреп йөрөгән бер ғәйепһеҙ кешене 1937 йылда ҡулға алалар һәм 1938 йылдың ғинуарында аталар.
Ғаилә бер терәкһеҙ тороп ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатыны Мәстүрә әбейҙең көслө рухы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Балаларҙың барыһы ла белемле, изге кеше булып үҫә. Иң оло ҡыҙы Нажиә — тәрбиәсе, уның улы Рим — табип. Роза апай Маннанова ғүмер буйы мәктәптә эшләне, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Аллаға шөкөр, әле иҫән-һау, 89-сы йәшен ҡыуа. Ҡыҙы Ләлә, уның улдары Хәлил, Хәйҙәр — икеһе лә юғары белемле. Зәйтүнә апай тәрбиәсе булып эшләне, әле хаҡлы ялда. Арыҫлан ағай данлы нефтсе булды. Уның улы Кәрим, ҡыҙы Зөлфиә лә юғары белем алды.
Ғәбделхай Әхмәтша улы менән әсәйемдең аралары өс йәш кенә. Бала саҡтары бергә үтә. Оло ағайҙары уҡырға киткәс, бөтә иғтибар уларға бүленә — Ғәбделхай бабай бигерәк туған йәнле, белемгә ынтылыусан, эшһөйәр була. Ауыл мәҙрәсәһендә алған белемгә ризалашып ҡалмай, Ырымбур ҡалаһына уҡырға китә, педагогия техникумын уңышлы тамамлай. Өйләнә һәм уҡытыусы эшен башлай. Скрипкала, мандолинала оҫта уйнай. Үҙ балаларының һәм уҡыусыларының тормош юлын яҡтыртҡан бер маяҡҡа әйләнә. Ләкин ҡәһәрле 1937 йылда ҡулға алып, судһыҙ-ниһеҙ атып үлтерәләр. Биш балаһы етем ҡала. Ғаиләне мәктәп фатирынан урамға ҡыуып сығаралар. Әсәләре Фатима инәй балаларҙы аяҡҡа баҫтыра, уҡыта. Ғәбделхай бабайҙың оло улы Шәүҡәт ағай “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, биш миҙал менән наградлана, ул — Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе. Икенсе улы Салауат ағай хеҙмәт юлын ун өс йәштән башлай. Уңғанлығы, кешелеклелеге менән барыбыҙға ла үрнәк булып йәшәне. Йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашты. Дүрт мәртәбә Мейәс ҡала Советына депутат булып һайланды. Ленин һәм “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнде.
Ғәбделхай бабайҙың кесе ҡыҙы Флүрә медицина институтын тамамлай. Ул — ҡырҡ йыл стажлы юғары категориялы табип. Улы Марат менән ҡыҙы Гүзәл икеһе лә юғары белемле.
Олатайым Әхмәтша хәҙрәт менән өләсәйем Өмөлхаяттың бишенсе балаһы — Сара Вәлидова. Ул бала саҡтан бик зиһенле була. Олатайым “Әлифба” алып биргәндән бирле китаптан айырылмай.
Бик йәшләй ауыл мәктәбендә уҡыта. Атайыбыҙ Абдрахман, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсирлеккә эләгеп, ун дүрт йылдан һуң ғына ҡайтты. Әсәйебеҙ биш баланы бер ярҙамһыҙ яңғыҙы үҫтерҙе. Бар маҡсаты беҙҙе белемле итеү ине. Әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар кисерҙе. Оло ағайым Шамил Абдрахман улы Вәлиев техникум һәм институт тамамланы. Урман хужалығында яуаплы вазифаларҙа эшләне. Һуңғы йылдарҙа, хаҡлы ялға киткәнсе, Ишембай леспромхозының директоры булды. Шамил ағайыма быйыл 80 йәш тулды. Был ғаиләлә биш ир бала үҫте — Мансур, Миңлейәр, Ибраһим, Иршат, Илдар. Барыһы ла юғары белемле. Иршат — физик, фән кандидаты. Әсәйемдең икенсе улы — Камил Абдрахман улы Вәлиев. Камил ағайым Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1966 йылда Мәскәүҙә Шмидт исемендәге академияны тамамланы. 1985 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡланы. Башҡорт дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире, профессор Камил Вәлиев университетта үҙенең фәнни йүнәлеше буйынса ғилми мәктәп булдырҙы. Уҡыусылары менән бергә 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырҙы. Камил ағайым 2000 йылда 65 йәшендә мәрхүм булды. Уның тормошоноң дауамы булып өс балаһы— Гүзәл, Юлдаш, Илнур — ҡалды. Өсөһө лә юғары белемле.
Өсөнсө ағайым Рәмил Абдрахман улы — иҫ киткес дәртле, шаян егет булып үҫте. Эшләгәндә гел яуаплы вазифалар башҡарҙы. Тәрбиәле, намыҫлы ир булды. Ике ул тәрбиәләне: олоһо — Ирек, кесеһе — Урал. Икеһе лә юғары белемле, бик тырыштар.
Ғаиләлә иң олоһо — Мәрйәм апайым. Ул әсәйемдең төп терәге булып, уның менән тормош йөгөн бергә тартты, беҙҙе тәрбиәләне. Ауыр һуғыш йылдарында ас-яланғас көйө ун класты бөттө. Ләкин билдәһеҙ сәбәптәр менән имтихандарҙан һуң аттестат урынына белешмә ҡағыҙы ғына биреп сығарҙылар. Юлларға, ярҙам һорарға бер кешебеҙ ҙә юҡ. Беҙ бит “халыҡ дошманы” балалары инек. Аҙаҡ тормошҡа сыҡты, ете бала әсәһе булды. Уға быйыл 83 йәш тулды.
Ғаиләлә иң бәләкәйе — мин. Аслы-туҡлы, яланғас тормош булһа ла, мин бәхет ҡосағында үҫтем, барыһы ла яратты. Беҙҙең ғаиләлә, ниндәй генә хәлдәр булһа ла, иң мөһиме уҡыу ине. Белем диңгеҙендә йөҙөү беҙгә ләззәт бирҙе. Мин Куйбышев ҡалаһының политехник институтын тамамланым. Яуаплы эштәрҙә эшләнем. Бер ҡыҙым бар.
Айгөл ике дипломға эйә – юрист һәм иҡтисадсы. Намыҫлы эшләй. Ейәнем икәү: Алһыу һәм Дамир, икеһе лә студент.
Өләсәйем Өмөлхаяттың иң кесе ҡыҙы — Зәкиә. Уның ете балаһы булды. Хәҙерге ваҡытта өсәүһе — Зиннур, Ғәлиә, Разия — иҫән. Барыһы ла намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Нәҫелебеҙ ишле. Яуаплы эштәрҙә эшләгән, һәйбәт белгес булған туғандарыбыҙ бик күп.
Тормош шул тиклем матур. Уҡырға, эшләргә бөтә мөмкинлектәр бар. Тыуған төйәгебеҙҙең нигеҙе ныҡ булһын өсөн ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланып, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең васыятын тотоп йәшәйек.
(Аҙағы. Башы 13-сө һанда).
Нурия КИЛМӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад