Комбайндар иңләй баҫыуҙарҙы18.07.2014
Игенсенең йәнә тынғыһыҙ көндәре башланды – баҫыу батырҙары ураҡҡа төштө.

Иң беренселәрҙән булып Өфө, Кушнаренко, Миәкә эшсәндәре тәүге гектарҙарҙан уңыш йыя башланы. Миәкә районының “Нива”, Крупская исемендәге, “Илсеғол” ауыл хужалығы етештереү кооперативтарында ураҡ эшенә дәррәү тотондолар. Был изге сараны ҡыҫҡа ваҡытта уңышлы атҡарыу өсөн хужалыҡтар алдан барлыҡ техниканы әҙерләп ҡуйған, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек.
Өфө һәм Кушнаренко райондары шипкән культураһын йыйыу­ға төштө. Был май үҫемлеге бы­йыл республикала 8 мең гектар майҙанды биләй. Уны, ғөмүмән, Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Дыуан, Иглин, Ишембай, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Тәтешле, Өфө райондары үҫтерә. Шипкән ҡоролоҡҡа, төрлө ҡоротҡостарға бирешмәүе, аҙ сығым талап итеүе менән отошло. Белгестәр уны көнбағыш сәсеүлектәрен ҡыҫҡартыу иҫәбенә киләсәктә 50 мең гектарға ҡәҙәр арттырыу мөмкинлеге барлығын билдәләй.
Быйыл республика игенселәре алдында барлығы 1 миллион 780 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алыу бурысы тора.



Вернуться назад