30 августа баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында “Һөт иле-2014” Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарыла.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы һәм Һөт етештереүселәрҙең милли союзы республика Хөкүмәте ярҙамында ойошторған байрамда һөт йәрминкәһе эшләйәсәк. Унда республика етештереүселәре үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итә ала. Майҙанда импровизацияланған фермалар ҡороласаҡ.
“Һөт иле” фестиваленә республика ҡаҙнаһынан 560 мең һум самаһы аҡса бүленә. Шулай уҡ сәхнә кәрәк-ярағына, ҡорамалдарға, яҡтылыҡ экранына, башҡа конструкцияларға заказ бирелгән.
Тәүге “Һөт иле” Өфөлә 2011 йылдың сентябрендә уҙғарылғайны. Былтыр унда 20 меңдән ашыу кеше килде. Бер нисә тематик майҙансыҡ, һөт кафеһы, аттракциондар эшләне, уйындар ойошторолдо, ижади һәм аш-һыу оҫталары йәлеп ителде. Сараны ойоштороусылар һәр ҡунаҡты һөт менән ҡаршы алды. Диетолог, косметолог, һөт етештереү буйынса технолог, фитнес инструкторы кеүек белгестәр сәләмәт тормош темаһына кәңәш бирҙе. Ошонда уҡ махсус медицина приборҙары һәм ҡулайламалары ярҙамында сәләмәтлегеңде тикшереү мөмкинлеге лә бирелде.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Былтыр фестивалдә 47,5 тонна ҡуйы һөт продукцияһы, 4,8 тонна аҡ май, 3,4 тонна сыр, 2 тонна туңдырма, 6,8 мең шартлы банка ҡуйыртылған һөт, 5,3 мең шешә ҡымыҙ һәм 320 шешә кәзә һөтө һатылды.