“Рәсәй аллеяһы” Бөтә Рәсәй акцияһының сайты аша Башҡортостандың йәшел символы өсөн тауыш биреүҙә ҡурай менән йүкә беренсе урында бара. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн алты меңдән ашыу мәрәй йыйылған. 16 июлгә ҡарата өсөнсө дәғүәсе — “Салауат Юлаев” сирене. Уның өсөн 2,5 мең самаһы кеше (13 процент) тауыш биргән. Мәтрүшкә менән тирәк яҡынса бер мең кешенең хуплауын тапҡан.
Хәбәр итеүебеҙсә, “Рәсәй аллеяһы” проектының маҡсаты — илдең берҙәмлеген күрһәтеү, төрлө төбәктәр халҡы араһындағы бәйләнештәрҙе көсәйтеү, экологик мәҙәниәт, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү. Тәүге “Рәсәй аллеяһы”на быйыл 9 майҙа Ҡырымда нигеҙ һалынды. Унда үҫтереү өсөн 400-ҙән ашыу төр үҫемлек, шул иҫәптән 250 ағас һайлап алынды. Символдар өсөн тауыш биреү 31 авгусҡа тиклем дауам итә.