Электрон картанан файҙалан18.07.2014
Башҡортостан “Универсаль электрон карта” проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә һигеҙенсе урында бара. 1-се урында — Тула өлкәһе. Рейтинг төп күрһәткестәр нигеҙендә ҡабул ителгән ғаризалар, тапшырылған карталар һанын һәм башҡа шарттарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән.


Әле Башҡортостанда 30 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән һәм 26 меңдән ашыу карта әҙерләнгән. Ошо йүнәлештә 23 пункт эшләй. Был картаны “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы”, “УралСиб”, “Аҡ барс” ойошмалары хеҙмәтләндерә. Шулай уҡ универсаль электрон картаның транспорт ҡушымтаһы — берҙәм социаль юл билеты — ғәмәлгә индерелгән. Был билеттан 1 536 кеше файҙалана. Картаны “Башҡортостандың социаль картаһы”ның дисконт ҡушымтаһында һәм Берҙәм республика дисконт-бонуслы системаһында файҙаланырға була. Универсаль электрон картаның тағы ла бер өҫтөнлөгө — эшкә урынлашҡанда ҡулланыу мөмкинлеге, сөнки ул мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһында кеше хоҡуҡтарын раҫлаусы документ тип һанала.


Вернуться назад