Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырышында “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереүҙе ойоштороу тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр индереү хаҡында” Закон ҡабул ителде.
Документты төҙөүселәр күп фатирлы йорттарҙың техник торошона мониторинг үткәреү һөҙөмтәһендә уларҙағы дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт яһау сиратын билдәләгән күрһәткестәрҙе тулыландырыуҙы күҙ уңында тотҡан. Шулай уҡ ошо өлкәләге республика программаһын тормошҡа ашырыу алымын ҡулайлаштырыу маҡсатында ҡайһы бер вәкәләттәрҙе республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырыу ҡарала. Халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн хеҙмәтләндереүсе ойошмалар исемлеген киңәйтеү күҙаллана.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин әйтеүенсә, 4 июндә 599 йортта капиталь ремонт үткәреүҙең ҡыҫҡа ваҡытлы республика планы раҫланған. Унда төҙөкләндереүгә, милекселәрҙең аҡсаһынан тыш, дәүләт, республика һәм муниципалитеттар тарафынан ярҙам йәлеп итеү ҡарала. 17 июндә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды идараһы республикаға 196 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы бүлеү тураһындағы ғаризаны раҫланы. Был эшкә Башҡортостан ҡаҙнаһынан – 100, муниципалитеттарҙыҡынан 207 миллион һум аҡса бүленә.