“Фытыр саҙаҡаһы бирелмәйенсә, Рамаҙан айында ҡылынған изге ғәмәлдәр һәм ураҙа Аллаһ Тәғәләгә еткерелмәҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Был ғәмәлдең хаҡы быйыл беҙҙә түбәндәгесә ҡаралған:
lМатди хәле түбән мосолмандар өсөн – ғаиләнең һәр ағзаһынан 40-ар һум.
lУрта хәллеләргә – ғаиләнең һәр ағзаһынан 150-шәр һум.
lХәллеләргә – ғаиләнең һәр ағзаһынан 250-шәр һум.
lҺаулыҡ мөмкинлектәре буйынса ураҙа тота алмағандарға фидиә саҙаҡаһының күләме – 4 500 һум (30 көнгә 150-шәр һум).
lЗәҡәттең нисәбе – 120 000 һум, унан 3 000 һумлыҡ саҙаҡа түләнә.