Бөртөкләп йыйылған йәдкәр18.07.2014

Б
билистиҡлал р., ғәр. – үҙаллы рәүештә (билистиҡлал идара итеү)
билиттифаҡ р. – ойошҡан рәүештә, берлектә
билләһи и., ғәр. – кешене ышан­ды­рырға тырышҡанда әйтелә
билхаҡ р., ғәр. – ысынлап та
бимаза и., фарс. (килешһеҙ) – тынысһыҙлыҡ, ҡамасау (бимаза яһау)
бимал с., фарс.-ғәр. – аҡсаһыҙ, малһыҙ; ярлы
бин и., ҡара: ибне
бина и., ғәр. – йорт
бинахаҡ р., фарс.-ғәр. – хаҡһыҙҙан, ғәйепһеҙҙән (бинахаҡ рәнйетеү)
бинаән р., ғәр. – нигеҙләнеп, таянып (хәл-ваҡиғаға бинаән эшләү)
бине и., ҡара: ибне
биниһая с., фарс.-ғәр. – иҫәпһеҙ, сикһеҙ; бик күп
биннисбә р., ғәр. – сағыштырмаса, сағыштырғанда
биннәтижә р., ғәр. – һөҙөмтәлә, һөҙөмтәһендә
бинт и., ғәр. – кемдеңдер ҡыҙ балаһы; ҡыҙ
бинасиб с., фарс. – өлөшһөҙ (бинасиб булыу)
бисара с., фарс. (сараһыҙ) – меҫкен, бахыр
бисмиллаһ к., ғәр. (Аллаһ исеме менән) – эш башлар алдынан әйтелә
биссәүиә р., ғәр. – бер тигеҙ, бер тиң
битәҡәт с., фарс.-ғәр. – көсһөҙ, хәлһеҙ
битараф с., фарс.-ғәр. – бер яҡлы ла түгел, ҡатнашһыҙ
биттәбғе инш., ғәр. – әлбиттә, тәбиғи
битәр р., фарс. (яманыраҡ) – бигерәк, нығыраҡ (үҙенән битәр атын йәлләй)
бихаҡ с., фарс.-ғәр. – хаҡһыҙ
бихаҡҡи р., ғәр. – хаҡлы рәүештә, хаҡлыҡ өсөн
бихая с., фарс.-ғәр. – оятһыҙ

Ҡыҫҡартмалар:
ғәр. – ғәрәп теленән; фарс. – фарсы теленән; ур. – урыҫ теленән; фр. – француз теленән; лат. – латин теленән; фарс.-ғәр. – фарсы һәм ғәрәп телдәренән; нем. – немец теленән; ингл. – инглиз теленән
и. – исем; с. – сифат, ҡ. – ҡылым; к. – киҫәксә; күпл. – күплек формаһы; хәб. функ. – хәбәр функцияһында; инш. – инеш һүҙ; р. – рәүеш; т. – теркәүес.


Вернуться назад