Мәғлүм булыуынса, әле Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында мөһабәт мәсет төҙөлә. Эш ырамлы бара: күптән түгел уның дүрт манараһына һәм көмбәҙенә ай ҡуйылды.
Иман йортоноң архитектураһы бик үҙенсәлекле: бина күркәм хан йортон хәтерләтә. Дөйөм майҙаны – 11 800 квадрат метр самаһы. Намаҙ уҡыу залдары ике меңдән ашыу мосолманды һыйҙыра аласаҡ.
Бинаны елләтеү һәм видеокүҙәтеү системалары менән йыһазландырыу, биләмәлә фонтанлы парк, ял итеү урындары булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ мосолман ҡунаҡханаһы, машина ҡуйыу урыны төҙөү ҡаралған. Иман йортоноң тышы орнаменттар, ғәрәп телендәге каллиграфик яҙмалар менән биҙәләсәк.
Намаҙ уҡыу бүлмәләренән тыш, бында мөфтиәт, уҡыу кабинеттары, китапхана, Ислам музейы, конференция залы һәм башҡалар өсөн урын бүленгән.
Мосолман ҡәрҙәштәр, ҡунаҡтар, манараларҙың икәүһендәге лифттарҙа юғарыға күтәрелеп, тирә-яҡты байҡай аласаҡ. Яңы мәсет менән унан алыҫ түгел урынлашҡан сиркәү араһында татыулыҡ, дуҫлыҡ билдәһе итеп аллея һалыу күҙаллана.