Һәйкәлгә лайыҡ шәхес18.07.2014
Һәйкәлгә лайыҡ шәхесЗамандың күп кенә аҡыл эйәләре, ил тотороҡлолоғо һәм хәүефһеҙлеге өсөн борсолған яуаплы етәкселәр халыҡты бер усҡа туплау өсөн уртаҡ милли идея эҙләү менән мәшғүл. Ысынлап та, глобалләшеү дәүерендә йөҙөңдө юғалтмау, тиңдәр араһында тиң булыу еңел мәсьәлә түгел. Иҫегеҙҙәлер, быйыл беҙҙе, рәсәйҙәрҙе, Сочиҙа үткән Олимпиада рухы, спортҡа ынтылыш нисек берләштерҙе! Сәләмәт тормош идеяһы ла ниндәйҙер кимәлдә барыбыҙҙы ла бер маҡсатҡа туплай, йүнәлтә алыр ине. Ана, футбол буйынса донъя чемпионаты ла көйәрмәндәр өсөн милли идеяға торошло, намыҫҡа тейгән оло спорт, ҡаһарманлыҡ сараһы булды бит.

Шулай ҙа һәр кемдең күңе­лендә бала саҡтан бөрөләнгән, иң яҡын һәм нескә тойғо — ул илһөйәрлек, ватандашлыҡ тойғо­һолор. Бүздәк районында күренекле дәү­ләт эшмәкәре Муллайән Халиҡовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған фән­ни-ғәмәли конференцияла яңғыраған һәр һүҙ, һәр сығыш ошо фекерҙе нығытты. Унда сығыш яһаған Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев­тың: “Туған телеңде белеүҙән, шәжәрәңде өйрәнеүҙән, тыуған яғыңдың тарихын, шәхестәрен хөрмәтләүҙән башлана ул илһөйәрлек тойғоһо. Уның милли идея булырға тулы хаҡы бар”, — тигән һүҙҙәре менән һәр кем килешер ине.
Үкенескә ҡаршы, халҡыбыҙҙың тормошонда ла өйрәнерлек, эҙләнерлек “аҡ тап”тар етерлек. Тап ошо фәнни-ғәмәли кон­ференция тарих туҙанында хаҡһыҙ рә­үештә онотола, төҫһөҙләнә төшкән шәхес­тәрҙең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ын төҙөүҙең башында йөрөгән кешеләрҙең береһе Муллайән Дәүләтша улы Халиҡовтың эшмәкәрлеген өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә ынтылыуы менән ҡиммәт.
Тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Бүздәк ерендә тыуып үҫкән байтаҡ шәхестәрҙе барлап, ҡаңны баш­ҡорт­тарының сығышына байҡау яһаған­дан һуң Башҡортостан тарихындағы иң ауыр ваҡыттарҙа республика менән етәкселек иткән, 27 йәшендә генә БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе вазифаһын башҡарған абруйлы етәксе Муллайән Халиҡовтың исемен мәңгеләш­тереү, халыҡ хәтерендә яңыртыу кәрәк­леген билдәләне.
Һәйкәлгә лайыҡ шәхесКем һуң ул Муллайән Халиҡов? Тыу­ған илебеҙҙең данлы тарихы, республи­кабыҙҙың киләсәге өсөн көсөн йәл­лә­мәгән шәхес хаҡында ниҙәр белә­беҙ? Шуныһы һөйөнөслө: бүздәктәр хөр­мәтле яҡташ­тарын онотмай һәм уның исемен халыҡҡа ҡайтарыу бу­­­йынса байтаҡ эш баш­ҡарған. Мәҫәлән, район тарихын өйрәнеүсе Ғәли Ға­та­уллин, документаль сыға­наҡ­тарға таянып, “Аҡ­тауға ҡайтам әле” тигән китап баҫтырған. Нефтекамала йә­шәүсе тарихсы Фәнил Шәри­пов, шәхестең тормош юлы һәм эш­мәкәр­леген өйрәнеп, “Тәрән та­мырҙар” романын яҙа. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Муллайән Халиҡовҡа мемориаль таҡта­таш ҡуйылған.
Тарихи дөрөҫлөк беҙҙе артабан хаталар яһамаҫҡа, үткәндән һабаҡ алырға өй­рәтә. Саф күңелле, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай кешеләргә лә яла яғыу, ярлыҡ тағыу бер ни тормаған ҡапма-ҡаршылыҡлы, фажиғәле заманда йәшә­гән, эшләгән дәүләт һәм сәйәсәт эш­мәкә­ренең тормош юлына ҡыҫҡа ғына байҡау яһайыҡ.
Муллайән Халиҡов Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Аҡтау ауылында аҫаба башҡорт ғаиләһендә 1894 йылда тыуған. Ауылдағы мәҙрәсәлә уҡығандан һуң, күрше ауылдағы урыҫ мәктәбендә белем ала, аҙаҡ Троицк ҡалаһындағы уҡы­тыусылар семи­нария­һын отличие менән тамамлай. Февраль революция­һынан һуң 1917 йылдың июлендә Каруанһарайҙа үткән – I, аҙаҡ II Бөтә башҡорт съезына делегат булып һайлана. Башҡортостан өлкә советы сос­тавына Халиҡовты ла индерәләр. Ошо уҡ йылдың аҙағында төҙөлгән Милли хөкү­мәттең ағзаһы булып китә.
Өфөнө ҡыҙылдар алғандан һуң, ул Башҡорт Хөкүмәте вәкиле булараҡ губерна ревкомы менән башҡорт час­тарын Ҡыҙыл Армия яғы­на күсереү тураһында һөйлә­шеүҙәр алып бара. 1919 йыл­дың 20 мартында В. Ле­нин рәйеслегендә үткән РСФСР Халыҡ комиссар­ҙа­ры Советы ултырышында ҡатна­шыусылар, Башҡорт авто­номиялы республикаһы ту­ра­һында Килешеүҙе раҫлап, ҡарар ҡабул итә. Документта М. Халиҡовтың да ҡултам­ғаһы бар.
Һәйкәлгә лайыҡ шәхес1921 йылда үткән IV Бөтә Рәсәй партконфе­ренция­һын­да милли мәсьәлә һәм баш­ҡорт милли хәрәкәте ту­ра­һын­да сығыш яһаған мәғариф халыҡ комиссары Муллайән Халиҡовтың ҡыйыулығына һоҡланырлыҡ! Ул Рәсәй власы һәм башҡорт хәрәкәте ара­һында­ғы аңлашылмау­санлыҡ­тың тарихи тамырҙарын асып һала. Шуны­һы мөһим: конференция Баш­ҡортостан биләмә­һендә урыҫ һәм башҡорт телдәренең рәсми­леген таный. Зәки Вәлиди сәйәсәт майҙаны­нан китеү менән, башҡорт хәрә­кәтенең төп идеологы, халыҡ, автономия мәнфәғәттәре өсөн көрәшсе ролен Муллайән Ха­лиҡовҡа үҙ өҫтөнә йөкмәргә тура килә. 27 йәшлек сәйәсмән тауышына Мәскәү ҙә ҡолаҡ һала. Ошондай ҡатмар­лы мәлдә БАССР-ҙың Халыҡ комиссар­ҙары Советы рәйесе кеүек яуаплы вазифаға уны тәғәйенләү шәхестең ойоштороу һәләтен, башҡорт халҡының дәүләт­селеген бул­дырыу­ҙағы ҡаҙа­нышта­рын, һис шикһеҙ, таныу тигән һүҙ ине.
Республика өсөн иң аяныслы, фажи­ғәле мәлдә тап уға етәкселек итергә тура килә. Бихисап сәнәғәт предприятиелары эшлә­мәй. Сә­сеү майҙандары, мал һаны кәмегән, йөҙәр­ләгән ауыл, меңләгән крәҫтиән хужалығы яндырылған. Ҡайҙа ҡарама — емереклек, хужаһыҙлыҡ. Асығыусылар һаны ике миллионға етә, халыҡ күпләп ҡырыла. Халиҡовтың ныҡышмалылығы һөҙөмтә­һендә Башҡорт автономияһы, ғәҙәттән тыш ярҙамға мохтаждар рәтенә индерелеп, аҙыҡ-түлек һалымынан азат ителә. Аслыҡтан интегеүселәргә ярҙам күрһәтелә.
Муллайән Халиҡовтың Оло Баш­ҡорт­остан биләмәһен элекке башҡорт кантондары сиктәрендә ҡайтанан тергеҙеү буйынса хеҙмәте ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Бәхәсле, мәшәҡәтле эш Өфө губернаһы биләмәһенең респуб­ликаға ҡайтарылыуы һәм баш ҡаланың Стәрлета­маҡтан Өфөгә күсерелеүе менән тамамлана. Элекке һигеҙ кантон тергеҙелә.
Халыҡ араһында Муллайән Дәүләтша улының абруйы ҙур була. Ябай хеҙмәт кешеләре тураһында ихлас хәстәрлек күргәне, үҙ-үҙен аямай эшләгәне, намыҫлы булғаны өсөн уны үҙ итәләр, яраталар. Әммә Мулла­йәнгә Баш­ҡорт­останда оҙаҡ эшләргә форсат бир­мәйҙәр, Мәскәүгә эшкә алалар. Хеҙ­мәт­тәштәре, утыҙ йәш­лек Хөкүмәт башлы­ғының эшмәкәрлеген юғары баһалап, уны алыҫ сәфәргә оҙата. Тәүҙә Ауыл хужалығы банкында, аҙаҡ РСФСР финанстарының халыҡ комиссариатында эшләй, иҡтисад институтын тамамлай, мемуарҙар һәм мәҡәләләр яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күп өлөшө юҡ ителә.
1937 йыл афәте Халиҡовтар ғаиләһенә лә ҡағыла. Совет власына иң тоғро, булдыҡлы, белемле шәхестәрҙең һәләк ителеүе — әйтеп бөткөһөҙ ҙур фажиғә. Күренекле дәүләт эшмәкәрен, нахаҡҡа ғәйеп тағып, атып үлтерәләр. Ҡатынын да ҡулға алалар. 1958 йылда ғына уларҙың икеһе лә аҡлана. Әхмәтзәки Вәлиди башлаған эште аҙағына еткергән, киләһе быуындарға өлкә биләмәһен түгел, ә элекке өйәҙҙәрҙе лә ҡайтарып, Оло Башҡорт­останды ҡалдырыуға өлгәшкән шәхестең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү — бары­быҙҙың да намыҫ эше. Баш ҡаланың иң күркәм майҙанында уға арнап һәйкәл ҡуйылырына, урамдарҙың береһе уның данлыҡлы исемен йөрөтөрөнә оло шә­хестең хаҡы бар. Тарихтың һәр бите ҡабатланмаҫ шәхестәре менән күңелдә ҡала. Ә беҙҙең бурыс билдәле — тарихи хәтерҙе һаҡлау.
Бүздәк ерендәге осрашыуҙа Муллайән Халиҡовтың ҡан-ҡәрҙәштәре лә ҡатнашты. Уларҙың береһе — Феза Шәфиғуллина, фәнни-ғәмәли конференцияны ойоштороу­сыларҙың эшен юғары баһалап, күренекле дәүләт эшмәкәренең яҡты иҫтәлеге халыҡҡа ҡайтарыласағына ҙур ышаныс белдерҙе.


Вернуться назад