Дәғүәләрең булһа...25.01.2012
“Мин өҫтәмә түләү шарты менән фатирымды ҙурыраҡ майҙанлыға алмаштырҙым. Бындай осраҡта һалым ниндәй күләмдә тотоп ҡалына?”
— Рәсәйҙең Һалым кодексының 220-се статьяһына ярашлы, яңы төҙөлөшкә киткән йә һатып алынған йортҡа, фатирға, бүлмәгә тотонолған сығымдарҙың күләменә ҡарап, һалым түләүсегә мөлкәт һалымының күпмелер өлөшө кире ҡайтарыла. РФ Финанс министрлығының (2011 йылдың 19 авгусы) хатында аңлатылғанса, бындай хоҡуҡҡа эйә булыу өсөн һатып алыу хаҡында килешеү һәм милеккә хоҡуҡты раҫлаусы документтың булыуы – төп шарт.
Мәҫәлән, һеҙҙең фатир 200 мең һум тора, ти. Алмашыу килешеүенә ярашлы, һеҙ 500 мең һумлыҡ фатир алғанһығыҙ, йәғни, 300 мең һум айырманы түләгәнһегеҙ. Тап ошо сумманан һалым тотоп ҡалынырға тейеш, йәки килем һалымын кәметәләр, йәки документтар әҙерләнгәс, бюджеттан 39 мең һум (300 мең х 13 %) түләйәсәктәр.
***
“Улым менән ҡартайған ҡәйнәмдең өйөндә йәшәйбеҙ, уны ҡарайбыҙ. Ирем үлде, уның яҡындары ла юҡ. Мираҫ хоҡуғына дәғүә итә аламмы?”
— Юҡ, һеҙ тәү сираттағы мираҫсылар рәтенә инә алмайһығыҙ. Улы мираҫсы була алыр ине, әммә ул үлеп ҡалған. Гражданлыҡ кодексының 1146-сы статьяһына ярашлы, мираҫтың өлөшө, закон буйынса, уның вариҫына, йәғни улына күсә. Шулай итеп, ҡәйнәнең мөлкәт хужаһы булып уның ейәне, һеҙҙең улығыҙ, һанала.
***
“Ирем менән бергә йәшәгән саҡта алған фатирҙы ул мәрхүм булып ҡалғас хосусилаштырғайным. Иптәшемдең һеңлекәше уның ниндәйҙер өлөшөнә дәғүә итә аламы?”
— Юҡ, был осраҡта һеҙҙең үлгән ирегеҙҙең яҡындары, туғандарының ундай хоҡуғы нигеҙһеҙ. Иптәшегеҙ хосусилаштырыуҙа ҡатнашмаған, фатирҙың өлөшләтә мөлкәтенә лә дәғүә итә алмай, шуның өсөн фатир бәхәскә сәбәп түгел.
***
“17 йыл хеҙмәт стажым бар. Ғаиләлә – биш бала, икәүһе иремдең тәүге никахынан. Ваҡытынан алда хаҡлы ялға сыға аламмы?”
— Юҡ. Бындай хоҡуҡҡа бары биш һәм унан күберәк бала табып, һигеҙ йәшкә тиклем үҫтергән һәм 15 йыл хеҙмәт стажы булған ҡатындар ғына хаҡлы. Уллыҡҡа алынған балалар иҫәпкә алынмай.