“Һин яңғыҙ түгел!”18.06.2014
Рәсәй почтаһы оло йәштәге яңғыҙ кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән “Һин яңғыҙ түгел!” социаль акцияһын үткәреү тураһында иғлан итте.


16 июндән 1 октябргә тиклем элемтә бүлексәләрендә туғанһыҙ яңғыҙ ҡалған ололарға рәхмәт һүҙҙәре сағылған адресһыҙ открыткалар һәм хаттар ҡабул ителә. Ошонда уҡ пенсионерҙар өсөн матбуғат сараларына яҙылырға, аҡса күсерергә, әйберҙәр тапшырырға мөмкин. Социаль учреждениеларға кәрәкле ҡорамалдар, ваҡ-төйәк исемлеге Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Интернет селтәрендәге http://mintrudrb.ru сайтындағы “Хәйриәлек” бүлегендә урынлаштырылған.
Акция 1 октябрҙә – Ололар көнөндә тамамлана. Йыйылған хаттар, открыткалар һәм бүләктәр адресаттарға ебәрелә.
– Был проект өлкәндәр араһындағы яңғыҙҙар мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтеү мөмкинлеген бирә, быуындар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуға булышлыҡ итә, – тине “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы директоры Ирек Ғәлимов. – Ололар көнө йылына бер тапҡыр билдәләнә. Әммә өлкән йәштә терәк-таянысһыҙ ҡалған кешеләр тураһында оноторға ярамай.
“Һин яңғыҙ түгел!” акцияһы республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә 2012 йылдан уҙғарыла. Ул Рәсәйҙәге иң яҡшы социаль проекттарҙың береһе тип танылды.


Вернуться назад