Күрәләтә алдашмағыҙ, йәки тулайым һауым күпме?25.01.2012
Күптән түгел мәғлүмәт агентлығы яңылыҡтарында бер хәбәр күреп ҡалдым: “Башҡортостанда ғинуарҙың тәүге көндәрендә тулайым һауым 33 299 тонна тәшкил иткән”. Был яңылыҡты әҙерләгән хәбәрсе һауымдың нисек үлсәнгәнен беләме-юҡмы — уныһы ҡараңғы. Һәр хәлдә, ул был һандарҙы һауанан алмағандыр. Әммә был хәбәр яуаптан күберәк һорауҙар ғына тыуҙыра.
Билдәле булыуынса, “тулайым һауым” тигән төшөнсә ниндәйҙер арауыҡта һауылған тотош һөт күләмен аңлата — ай эсендә, йыл эсендә, мәҫәлән. Ә ғинуарҙың тәүге көндәрендә тигәндең башы ла, аҙағы ла юҡ. Ярай, тәүге ун көнө тип алайыҡ. Тик дөрөҫлөккә тап киләме был һан? Ҡыҙыҡ өсөн уны кеше башына бүлеп ҡарайыҡ. Тимәк, ғинуарҙың тәүге ун көнөндә беҙ, Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше — имсәк баланан алып йөҙйәшәр ҡартты ла ҡушып, һигеҙәр литр һөт эсеп бөткәнбеҙ булып сыға! Ә бит беҙҙә ҡышын ғына түгел, йәйен дә күпселек һөт ризыҡтарының ситтән килтерелеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Яртылаш уҡ булһа ла, тағы ла һигеҙәр литр өҫтәргә кәрәк түгелме? Ун көн эсендә кеше 16 литр һөт эсеп бөтә аламы?
Тағы ла бер һорау. Был күрһәткес, тиҙәр, былтырғынан һәр һыйыр башына 4 килограмға күберәк булып сыға. Былтырғы ҡыштың ҡоро йәйҙән һуң булыуы, малдарҙың аслы-туҡлы, ситтән килтерелгән һалам менән генә ҡышлап сығыуын иҫәпкә алһаҡ, ә быйылғы йәйҙең ярайһы уҡ шәп булып, өс йылға етерлек мал аҙығы йыйылыуын да ҡушһаҡ, үтә лә мөсһөҙ түгелме алға китеш?
Кеше ышанмаҫ хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тигән әйтем бар халыҡта. Бындай мәғлүмәттең дә аңлатмаһы шундалыр. Минеңсә, статистика идаралығына урындарҙан ни етте шулай, ниндәйҙер кимәлдә нормаларға яраҡлаштырылған мәғлүмәт килә, ә ундағы иҫәпселәр ул һандарҙы әҙерәк ғәмәлгә яраҡлаштырыбыраҡ эшкәртеп ултыра. Шулай булмаһа, Яңы йыл каникулдары (!) ваҡытында, бер кем эшкә лә сығып йөрөмәгәндә, шәхси (!) хужалыҡтарҙа күпме һөт һауылыуын ҡайҙан белеп ултыра улар?
Тимәк, күҙ буяу дауам итә. Әлегә мәғлүмәттәр юҡ, тип кенә әйтеп ҡуйырға чиновниктың йөрәге етмәй — нисек инде, статистика белмәгән нәмә булырға тейеш түгел! Ошо ваҡытта берәй наян уҡыусы, оһо-һо, беҙҙә һөт ҡышын да йылға булып аға икән, тип ҡыуанып китмәҫ, тимә...
Ш. Дамиров.


Вернуться назад