Эстония Салауатты Онотмай16.07.2014
Эстония Салауатты   Онотмай
Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Таллиннда баҫылған “Эстония иҫләй: Салауат Юлаев” тигән китаптың исем туйы үткәрелде. Сараға милли батырыбыҙҙың һуңғы төйәгенән — Балтик буйынан ҡунаҡтар саҡы­рылғайны. Флүзә Хәйруллина­ның, эстон нәшриәте мөхәррире Сильви Айре-Виллоның һәм Таллинн уни­верситетының эстон фи­лология­һы факультеты студенты, тәржемәсе Илнур Хәйруллиндың ялҡынлы сы­ғыштары һәммәһенә лә оҡшаны.

– Башҡортостанда Салауат Юлаевты белмәгән кеше юҡтыр. Балаларҙы бишектән үк батырҙар хаҡында әкиәт, риүәйәт­тәр һөйләп, илһөйәр итеп үҫтерәһегеҙ, — тип билдә­ләне Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы. — Ә бына Эсто­нияның Палдиски ҡала­һын­да батырыбыҙға һәй­кәл ҡуйылһа ла, үке­нес­кә ҡаршы, уның тура­һында әҙ беләләр. Шуға ла китап сығарырға ҡарар иттек. Бында урыҫ һәм эстон телдәрендә Салауат Юла­евтың тормош юлы һәм ижадына ҡағылышлы мәҡәләләр урын алған. Ә шағирҙың “Уралым” тигән шиғыры башҡорт телендә баҫылған.
– Мин – Башҡортостан ерендә беренсе тапҡыр. Бындағы халыҡтың ҡунаҡ­сыллығына иҫем китте! Һәр ерҙә беҙҙе ололап ҡаршы алдылар. Салауат йыйынында ла булдыҡ. Бик оҡшаны, — тип тәьҫорат­тары менән бүлеште Сильви Айре-Вилло.
Осрашыу һуңында Баш­ҡортостандың халыҡ ша­ғиры Ҡәҙим Аралбай һәм шағирә, журналист Лариса Абдуллина, ҡунаҡтарға рәхмәт әйтеп, йылы һүҙҙәрен еткерҙе.






Вернуться назад