Ашыҡмай тор, ҡартлыҡ!16.07.2014
“Ҡартайҙым инде” йәки “өлкәнәйҙем” тип нисә йәшкә еткәс әйтергә була? Ғөмүмән, ғүмерҙең алтын осоро ҡасан башлана? Был һорауға кешелек әллә ҡасандан яуап эҙләһә лә, һәр кемде ҡәнәғәтләндергән яуаптың булғаны юҡ. Ғалимдар ҙа өҙөп кенә әйтергә ҡыйынһына.


Ғүмер уҙған һайын ҡатын-ҡыҙ ир-ат алдында йәш булып ҡалырға тырыша, матурлығын, мөләйемлеген һаҡлау өсөн ни генә ҡылмай! Көслө зат та уларҙан ҡалышмаҫҡа, эшлекле сифаттарын юғалтмаҫҡа ынтыла. Был һис тә насар түгел: йәшлектән дә гүзәлерәк нимә бар?
Инглиз эксперттарының тикшеренеү һөҙөмтәләре менән таныш­тырайыҡ әле үҙегеҙҙе. Беҙҙеңсә, ул фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла. Ғалимдар 2 162 кеше менән әңгәмәләшеп, шундай һығымтаға килгән: ҡартлыҡ 59 йыл ике ай һәм ике аҙна йәшәгәндән һуң башлана. Әммә был үҙеңде ҡарт тойоуҙы аңлатмай. Бөтәһе лә йәшкә, йәшәү шарттарына, нимә менән шөғөлләнеүгә бәйле, тип иҫәпләй белгестәр. 16–24 йәштәрҙәге ҡыҙ һәм егеттәрҙең фекеренсә, уртаса йәш 32-нән башлана, 50-гә етеүҙе улар ҡартлыҡ тип иҫәпләй. Ә 80-де аша атлағандар әйтеүенсә, уртаса йәш 52 йылдан һуң ғына башлана. Ҡатын-ҡыҙ фекеренсә иһә, 60 йыл дүрт ай һәм ике аҙна йәшәгәндән һуң ҡартлыҡ яҡынлаша башлай. Ир-ат уның сиген иртәрәк билдәләгән — 58 йәш. Шуныһы ҡыҙыҡ: муниципаль торлаҡта ғүмер иткәндәр шәхси йортонда йәшәгәндәргә ҡарағанда үҙен биш йылға өлкәнерәк тоя. Эш­һеҙҙәр­гә лә ҡартлыҡ хеҙмәттә ҡайнаусылар менән сағыш­тырғанда туғыҙ йылға иртәрәк килә.
Ниндәй билдәләргә ҡарап ҡартлыҡтың тау артында түгеллеген, ә һиҙҙермәй генә яҡынлашыуын тойорға була?
Әгәр ҙә
lтормошҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуығыҙ дарыуҙар һәм телевизор ҡарау менән генә сикләнһә;
lзаманса технологиялар менән бәйләнеште юғалтһағыҙ;
lйәштәр менән уртаҡ тел тапмаһағыҙ;
lтөштән һуң йоҡларға ғәҙәтләнһәгеҙ;
lэйелгәндә уфтанһағыҙ;
lхәҙерге замандағы сәхнә оҫталарын белмәһәгеҙ;
lсирҙәрегеҙҙе йыш һөйләһәгеҙ;
lшау-шыулы тамашаларҙы яратмаһағыҙ;
lполицейский, уҡытыусы һәм табиптар һеҙгә бик йәш һәм тәжрибәһеҙ тойолһа;
lкистәрҙе телевизор ҡаршыһында үткәрһәгеҙ;
lбер генә яңы йырҙы ла белмәһәгеҙ;
lматур, зауыҡлы кейем урынына уңайлыһын һайлаһағыҙ;
lбаҡса эше менән саманан тыш мауыҡһағыҙ;
lкешеләрҙең исемен онотһағыҙ;
lйыш ҡына күҙлек, асҡыс, аҡса юғалтып ҡаңғырһағыҙ;
lһәр саҡ нимәгә булһа ла ҡәнәғәтһеҙлек белдереп мыжыһағыҙ;
lкөндән-көн һеҙгә артыҡ килограмдарҙан арыныу ауырлашһа;
lалкоголь ҡулланыуҙың сиген самалай белһәгеҙ;
lһәр саҡ бер үк сумка менән йөрөһәгеҙ;
lбер бокал шарап эскәндән һуң йоҡоға талһағыҙ;
lйәшәрткән косметика сараларына самаһыҙ аҡса түгәһегеҙ икән.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.


Вернуться назад