Картуф “танау сөйә”16.07.2014
Картуф “танау сөйә”
Йәйге айҙарҙа аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын яҡшы тойҙоҡ. Үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсәнең, етештерелгән иттең ҡиммәтләнеүе ҡулланыусыларҙы ғәжәпләндермәй ҡалмағандыр, моғайын.

“Башҡортостанстат” тарафынан аҙыҡ-түлек баҙарына үткәрелгән мониторинг йомғаҡтарына күҙ һалһаҡ, июнь айында ғына хаҡтың картуфҡа — 15,5, йомортҡаға — 9,9, ҡош итенә 9 процентҡа артыуын күрербеҙ. Һарымһаҡ, кишер һәм ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә уларҙан һис ҡалышырға теләмәгән, 4,5 — 11 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Сит илдән алынған әфлисун, алма һәм лимондың да тотороҡһоҙ баҙар шарттарында башҡаларҙан артта ҡалғыһы килмәгәне күренеп тора: артым — 2,3 — 10, 5 процент. Шулай ҙа әллә ни борсолаһы сәбәп тә юҡтыр, сөнки помидор, башлы һуған һәм ҡыяр, 7,8 — 32,7 процентҡа арзанайып, һатып алыусыларҙың кәйефен күтәрҙе. Хатта виноград, бананға ла хаҡтар “тешләшмәй”.
Был айҙа колбаса һәм ыҫланған ит изделиелары — 1,5 — 2,3, икмәк-булка, макарон, он, ҡарабойҙай һәм тары ярмалары 2-3 процентҡа ҡиммәтләнде. Һыра, сәй, ҡәһүә, шәкәр һәм һуттарға хаҡ та үҫеү яғына ауышты.
Йәй – төҙөлөштөң иң ҡыҙған сағы. Материалдарҙың бер ни тиклем ҡиммәтләнеүенә ҡарамаҫтан, сауҙа майҙандарының һатып алыусыларҙан бушағаны юҡ. Дарыуханалар ҙа эшһеҙ тормай: медикаменттарҙың ҡиммәтләнеүе эсте бошорһа ла, ауырыуҙарға дарыу һатып алмай сара юҡ. Тәмәкегә хаҡтарҙың үҫеүе, бәлки, көйрәтеүселәрҙең “армия”һын бер ни тиклем кәметер...
“Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт” тигәндәй, ял итеү осоро башланғас, республиканың ял йорттарына, шифаханаларға, сит илдәргә юлламалар хаҡы күтәрелде.
Картуф “танау сөйә”Шулай итеп, ярты йыл эсендә Башҡортостанда инфляция 4,8 процент тәшкил итте. Волга буйы федераль округында был күрһәткес 3,8 проценттан (Удмурт Республикаһында) 5,6 процентҡа тиклем (Ульянов өлкәһендә) тирбәлә.
Республиканың ҡулланыусылар баҙарында аҙыҡ-түлеккә һәм хеҙмәт күрһәтеүгә хаҡтар үҫеше былтырғы менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Ә сәнәғәт тауарҙары сауҙаһында бер ни тиклем тотороҡлолоҡ һаҡлана.
Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәренә уртаса хаҡтар түбәндәгесә:

Аҙыҡ-түлек Хаҡтар (1 кг өсөн)
һумдарҙа

Һыйыр ите (һум иттән башҡа) 246,91
Һарыҡ ите (һум иттән башҡа) 294,28
Тауыҡ ите 106,76
Аҡ май 306, 23
Көнбағыш майы 69,40
Һөт (2,5 — 3,2 процент
майлылыҡтағы,
пастеризацияланған 1 л өсөн) 35,85
Һөт (стерилләнгән, 1 л өсөн) 48,05
Йомортҡа, 1 тиҫтә өсөн 40,60
Шәкәр ҡомо 36,19
Бойҙай оно 25,52
Дөгө 43,28
Туҡмас 37,53
Картуф 36,60


Шулай ҙа иң ныҡ бәкәлгә һуҡҡаны — бензинға хаҡтың артыуы. Баҫыу эшсәндәре өсөн иң яуаплы осорҙа йыл да яғыулыҡ-майлау материалдарының ҡиммәтләнеүе ҡағиҙәгә әүерелде кеүек. “Росстат” белдереүенсә, 30 июндән 6 июлгә тиклем автомобиль бензинына хаҡтар 0,4 процентҡа артҡан. Рәсәй буйынса 1 литр бензин уртаса 31,99 һум тәшкил итә. Илдең 60 төбәгендә яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе күҙәтелгән. Ошо арала ғына “Башнефть” бензиндың 1 литры өсөн хаҡты 40-60 тингә арттырҙы. Компанияла был аҙымды баҙарҙағы конкуренцияға бәйләп аңла­талар. Ә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт белгестәре иҫәпләүенсә, хаҡ­тарҙың кинәт күтәрелеүе өсөн объектив сәбәптәр юҡ, сөнки эске баҙарҙа яғыулыҡҡа ҡытлыҡ күҙәтелмәй.



Наил ЯҠУПОВ, водитель:
— Бензинға хаҡтың өҙлөкһөҙ артыуынан йонсоғас, машинамды газ яғыу­лығына көйләп алдым. Беҙҙең түбән эш хаҡына автомобилде “аҫрауы” ҡыйынлашҡандан-ҡы­йынлаша. Бер саҡрым юл үтеү өсөн бензин хаҡы өс һумға төшһә, газға көйләнгән автомобиль өсөн сығым 1 һум 80 тин тәшкил итә.
Айырманы һиҙҙегеҙме? Саҡрым­дарға һалып һанаһаң, тәү ҡарамаҡҡа аҙ ғына тойолған ошо тиндәр ҙур суммаға барып олғаша. Шуны ла әйтәйем: машинамды газға көйләү өсөн тотонған 11 мең һумды дүрт айҙа ҡайтарҙым.


Вернуться назад