Туристик страховка. Нимәгә иғтибар итергә?16.07.2014
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтөп алған ял ваҡытында бәхетһеҙ осраҡ йәки башҡа көтөлмәгән хәл-шарт булыуы ихтимал. Шуға күрә туристик фирманан тултырылған страховка полисын алғанда түбәндәге алты “алтын” ҡағиҙәне хәтерҙә тотоу шарт:

1-се ҡағиҙә.
Ниндәй хеҙмәт күләменә иҫәп тота алыуығыҙҙы алдан уҡ белешегеҙ.

2-се ҡағиҙә.
Страховканың ниндәй ваҡытҡа һәм, иң мөһиме, ҡайһы страховка компанияһы аша бирелгәнен тикшерегеҙ.
3-сө ҡағиҙә.
Страховка осрағы була ҡалһа, аҡсаның етеү-етмәүен яҡынса күҙаллау өсөн страховка аҡсаһы күләмен аныҡ белергә кәрәк.

4-се ҡағиҙә.
Туристик агентлыҡ тәҡдим иткән страховка ышанысһыҙ күренһә, унан баш тартып, үҙегеҙ өсөн ҡулай компанияны үҙ аллы эҙләгеҙ.

5-се ҡағиҙә.
Сығымдарҙы страховка ярҙамында ҡаплау иҫәбенә репатриацияның инеү-инмәүе менән мотлаҡ ҡыҙыҡһынығыҙ.

6-сы ҡағиҙә.
Ҡайҙа шылтыратырға? Страховка полисының йәки страховка карточкаһының артҡы яғында страховка компанияһы ҡарамағындағы ярҙам хеҙмәте үҙәктәренең бер нисә телефоны күрһәтелә. Улар тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә.

Ябай туристик страховка сит илдәрҙә хроник, венерик сирҙәрҙе, СПИД-ты дауалау, теш ҡуйҙыртыу, шулай уҡ туғандарҙың сирле кешене ҡарауға сығымдарын ҡаплау хоҡуғын бирмәй.

Был мөһим!

Полиста күрһәтелгән страховка шарттарында медицина транспортировкаһы тураһындағы пункт айырым ҡаралырға тейеш.


Вернуться назад