Ҡырым һайлауға әҙерләнә16.07.2014
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова, территориаль һайлау комиссияһы рәйестәре – Өфөнөң Дим районынан Айрат Сөләймәнов һәм Бөрө районынан Юрий Казимиров Ҡырым Республикаһының Белогорск районында коллегалары менән осрашып, тәжрибә уртаҡлашты.

Әйткәндәй, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк комиссияларына Ҡырымдағы хеҙмәттәштәренә методик, мәғлүмәти, ойоштороу йәһәтенән ярҙам күрһәтеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткәйне. Был биләмәләрҙә һайлау тәүге тапҡыр Рәсәй һәм яңы Ҡырым ҡануниәте буйынса үтәсәк. Ҡырымда – 27, Севастополдә дүрт комиссия, шулай уҡ һайлау участкалары ойошторолған. Закондар сығарыу, урындағы үҙидара органдары депутаттарын һайлау кампанияһы әүҙемләшә.
Башҡортостанға беркетелгән Ҡырымдың Белогорск райо­нында 60 меңдән ашыу кеше йәшәй. Әле Ҡырым Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Советы депутатлығына кандидаттар күрһәтеү тамамланды. 16-сы Белогорск һайлау округы буйынса улар – бишәү.



Вернуться назад