Урындағы үҙидара съезы15.07.2014
Урындағы үҙидара съезы
5 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәренең V съезы уҙғарыла. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов съезға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын раҫланы.

Ҙур йыйында “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закондың 26.3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон положениеларының республикабыҙҙа тормошҡа ашырылыуын тикшереү күҙаллана. Делегаттар шулай уҡ отчет-һайлау саралары үткәрәсәк, 2015 – 2016 йылдарҙа урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләйәсәк. Форумда Башҡортостандағы барлыҡ муниципаль берәмектәр ҡатнаша.
Әйткәндәй, Муниципаль берәмектәр съезы “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының юғары идара итеү органы булып тора. Ул, уставҡа ярашлы, кәмендә ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Съезд вәкәләттәренә Совет эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен билдәләү, уставҡа үҙгәрештәр индереү, уны тулыландырыу, Совет идараһын, ревизия комиссияһын һайлау, ағзалыҡ иғәнәләре күләмен, уны түләү тәртибен раҫлау һәм башҡалар инә. Съезд ҡарарҙары ултырышта теркәлгән вәкилдәр тауышының күпселеге тарафынан ҡабул ителә.



Вернуться назад