“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы музейы базаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ-ара эксперт советының Шүлгәнташ мәмерйәһендә палеолит ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса тәүге ултырышы үтте. Тәбиғи-мәҙәни объект менән танышыу маҡсатында килгән эксперттар мәмерйәлә булды, халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе — солоҡсолоҡ менән танышты, яңы ғына алынған балдан ауыҙ итте.
— Беҙ ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә әлегә шартлы рәүештә генә булһа ла инә алдыҡ. Тик “Башҡорт Уралы” объекты унда лайыҡлы урын алһын өсөн ҙур эш башҡарырға кәрәк. Иң тәүҙә объект менән идара итеү планын булдырыу шарт. Бер яҡтан, ҡомартҡы зыян күрергә тейеш түгел, икенсе яҡтан, туристарҙы йәлеп итерлек, инфраструктураны үҫтерерлек механизм булдырырға бурыслыбыҙ, — тине Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Халыҡ-ара эксперт советы рәйесе Лилиә Ғүмәрова.
ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫының Рәсәй милли комитеты рәйесе Игорь Маковецкий билдәләүенсә, сараның төп маҡсаттарының береһе – халыҡ-ара эксперттарҙың баһалап бөткөһөҙ байлығыбыҙҙы үҙ күҙҙәре менән күреүенә өлгәшеү.
ЮНЕСКО-ның генераль секретары кәңәшсеһе, был ойошманың археология секторы етәксеһе Мунир Бушенаки өс йүнәлешкә баҫым яһарға кәрәк тип иҫәпләй: объектты донъя кимәлендә популярлаштырыу, туристар ағымын күбәйтеү, эшлекле идара итеүҙе булдырыу.
Мунир Бушенаки фекеренсә, солоҡсолоҡ һәм башҡорт ҡорттарын үрсетеү ҙә ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә айырым номинация менән дәғүә итә алырлыҡ.