Үткән быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Күгәрсен районы етәкселеге Мораҡтан Өфөгә тиклем велосипедта һәм һыбай сәфәрҙәр ойошторҙо. Унда хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшенә еткән егеттәр ҡатнашты.
1935 йылдың 26 июнендә иртәнге сәғәт 6-ла район үҙәгенән юлға сыҡҡан туғыҙ кеше, 330 километр араны үтеп, 29 июндә республиканың хәрби комиссариатындағы саҡырыу үҙәгенә килеп етә. Насар һауа шарттарына, төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, маҡсатына өлгәшкән велосипедсылар, шулай уҡ Күгәрсен районындағы хәрби хеҙмәткә әҙерлек саралары тураһында “Башҡортостан” гәзитендә М. Ғилмановтың мәҡәләһе баҫылып сыға. Автор сәфәрҙә ҡатнашҡандарҙың Мәләүез, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡа район колхоздарында туҡтап, физик күнекмәләр яһауы халыҡта ыңғай тәьҫорат ҡалдырыуы хаҡында ентекле бәйән итә. “Хатта аҡ һаҡаллы колхозсы бабайҙар ҙа һоҡланып тороп ҡалған. Күгәрсен районы егеттәре үҙҙәренең алға табан барыуын эш менән күрһәтә”, – тип яҙа автор.
Был ваҡиғаның икенсе йылына район йәштәре ошо уҡ юлды һыбай үтә. Атлы сәфәр ҙә бик уңышлы тип билдәләнә.
Механизациялау әле тулыһынса тормошҡа ашырылмаған заманда, бындай саралар ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә була, әлбиттә. 1926 йылда хәҙерге Күгәрсен районы ҡараған Ҡыпсаҡ олоҫонда ни бары ике трактор һаналһа, ун йыл эсендә уларҙың һаны 96-ға еткән. Район баҫыуҙарында ике МТС-тың Силәбе трактор заводы сығарған 17 һәм Харьковта эшләнгән 79 тракторы эшләй башлаған. Ул ваҡытта район үҙәге Мораҡтан алтмыш саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан Мәләүезгә халыҡтың күпселеге ат менән йә иһә йәйәү йөрөгән. Шуны әйтергә теләйем: хәрби хеҙмәткә сәләмәт быуын әҙерләү, бындай тәжрибәне эргә-тирәләге төбәктәрҙә йәйелдереү маҡсатын да күҙ уңында тотҡан спорт саралары әлеге көндә лә ихтирам менән иҫкә алыуға лайыҡ.