Украиналағы һуңғы ваҡиғаларға бәйле Рәсәйгә, шул иҫәптән Башҡортостанға мигранттар ағымы арта.Көньяҡ-Көнсығыш Украинанан, атап әйткәндә, Луганск һәм Донецк өлкәләренән Башҡортостанға килгән граждандарҙың йәшәйеш, мәшғүллек, “ҡасаҡ” статусын алыу, гуманитар һәм социаль ярҙам саралары буйынса бик күп һорауҙары тыуа. “Ҡасаҡ” йәки “ирекһеҙҙән күсеп килеүсе” статусын, төбәктә ваҡытлыса йәшәү, эшләү өсөн рөхсәт алыу маҡсатында Федераль миграция хеҙмәтенең территориаль органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уның адресы: 450076, Өфө ҡалаһы, Красин урамы, 21. Телефондар: 8 (347) 250-13-90, 251-63-95.
Мәшғүллек мәсьәләләре буйынса республиканың һәр ҡалаһында һәм районында урынлашҡан Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бында уларға ғәмәлдәге вакансиялар тураһында мәғлүмәт биреләсәк. Бынан тыш, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Украинанан килгән мигранттарға мәшғүллек мәсьәләләрен аңлатыу буйынса “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Уның телефоны: 8(347) 218-06-41.
Әле Рәсәйгә башҡа илдәрҙән, шул иҫәптән Украинанан килгән эшселәрҙе йәлеп итеү тәртибе 115-се Федераль закондың 13.1-се статьяһы менән билдәләнә. Мәшғүллек хеҙмәте органдары бындай граждандарға “ҡасаҡ” тип танылғандан һуң ғына эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтә ала. Социаль ярҙам сараларына килгәндә, Украина граждандарына 8(347) 223-52-29 һандарын йыйып, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә шылтыратырға кәрәк.
Был осраҡта ла кешенең ҡасаҡ тип танылыуы тураһындағы документты тапшырыу шарт. “Башҡортостан Республикаһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы законға ярашлы, ҡасаҡтар һәм ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр ошо өлкәлә Рәсәй граждандарыныҡы кеүек үк хоҡуҡтарға эйә.
Әле социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларына Украина гражданлығына эйә булған 21 кеше мөрәжәғәт иткән. Улар араһында бәлиғ булмаған 10 бала, шул иҫәптән бер инвалид бар. Ата-әсәнең ғаризаһына ярашлы, биш бала ваҡытлыса Стәрлетамаҡ районы һәм ҡалаһының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ҡарамағындағы приютҡа урынлаштырылған.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының
матбуғат хеҙмәте.