Иҫке Сибай ҡунаҡ йыя15.07.2014
Иҫке Сибай ҡунаҡ йыя
Ирәндек теҙмәһенә ҡараған мөһабәт Айсыуаҡ тауы итәгендә урынлашҡан Иҫке Сибай ауылына 1663 йылда нигеҙ һалына. XVIII быуат урталарында Атайсал исеме менән йөрөтөлөп, ул һуңыраҡ Сибай тип атала башлай. Бөгөн иһә Иҫке Сибай исеме менән йәшәй. Баймаҡ районының был хозур төбәген аҫаба башҡорттар ғына түгел, сит яҡтан күсеп килгәндәр ҙә төйәк иткән. Ауылда әле лә күп кенә милләт вәкиле үҙ-ара аралашып, татыу һәм етеш йәшәй.


Яңыраҡ Сибай ауыл Советы хакимиәте башлығы ҡатнашлығында оператив кәңәшмә үтте, унда август айының 16-һында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороу тураһында етди, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Кәңәшмәлә Иҫке Сибай ауылындағы ойошмалар етәкселәре, ауыл Советы депутаттары, йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, ауылдың әүҙем кешеләре ҡатнашты.
– Беҙҙең алда бик етди бурыс тора, – тип башланы һүҙен ауыл хакимиәте башлығы Илдус Бикбаев. – Был мөһим сараға яҡшылап әҙерләнергә, урам-тыҡрыҡтарҙы, йәмәғәт биналарын, йорт-ҡураларҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. Күптәр был тәңгәлдә эште яҙҙан уҡ башланы, әммә вайымһыҙҙар ҙа юҡ түгел. Ауылға күп абруйлы ҡунаҡтар ҡайтасаҡ, беҙ уларҙы лайыҡлы ҡаршы алырға тейеш.
Ветерандар советы рәйесе Сабит Утарбаев, мәҙәниәт йорто директоры Миңнур Һунаршина, мәктәп директоры Сәлих Рафиҡов һәм кәңәшмәлә ҡатнашҡан башҡа кешеләр эшлекле тәҡдимдәрен индерҙе, үҙ-ара кәңәш ҡорҙо.
Йыйылышта шулай уҡ ауылдың дан­лыҡлы шәхесе Шәйәхмәт Сибаев хөрмәтенә бюст асыу, байрам үтәсәк Оҙонкисеү туғайын тәртипкә килтереү, унда ялан сәхнәһен, башҡа спорт һәм уйын урындарын әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде. Вете­рандарға һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына Иҫке Сибайҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙе барлау бурысы йөкмәтелде.
“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына етди әҙерлек талап ителгәнен, бындай сараларҙың бик кәрәкле булыуын ауылда йәшәгән һәр кем аңлар һәм ойошто­роусыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итер тигән өмөт менән таралышты кәңәшмәлә ҡатнашыусылар.

Мотал РӘМОВ,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.





Вернуться назад