Салауатҡа лайыҡ йыйынтыҡ15.07.2014
Салауатҡа  лайыҡ йыйынтыҡ
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыу айҡанлы “Бөйөк Салауат” китабы донъя күрҙе. Уның төҙөүсеһе Ғәлим Хисамов революцияға тиклемге һәм совет осоро яҙыусыларының төрлө жанрҙағы иң әһәмиәтле нәфис әҫәрҙәрен йыйған.

— Мең данала сыҡҡан йыйын­тыҡтың бер нисә үҙенсәлеге бар. Тәүгеһе — Салауат Юлаевтың шиғыр­ҙары башҡорт, урыҫ, төрөк, инглиз, белорус, сыуаш, татар телдәрендә баҫылған. Икенсенән, китапҡа Александр Пушкиндан алып хәҙерге заман әҙәбиәтселәренә тиклемге бик күп урыҫ яҙыусыһының Салауат Юлаев тураһындағы әҫәрҙәре һәм уларҙан өҙөктәр ингән, — тип белдерҙеләр нәшриәттә. Йыйынтыҡта шулай уҡ фольклор материалдары, башҡорт һәм татар шағирҙарының, яҙыусыларының ижад емештәре бар.
“Киләсәктә батыр тураһындағы бөтә әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә алған китап нәшер ителер, бәлки. Салауаттың бөйөклөгө быға лайыҡ”, — тип билдәләгән Ғәлим Хисамов йыйынтыҡтың инеш өлөшөндә.


Вернуться назад