Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия сираттағы тапҡыр документтар ҡабул итеү хаҡында белдерә.
Положениеға ярашлы, премия журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективтарына 2013 йылдың сентябренән 2014 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы репортаждар, очерктар, документаль повестар һәм публицистик мәҡәләләр, теле- һәм радиотапшырыуҙар, республика, Рәсәй йәки сит ил баҫмаларында йә иһә электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыҡҡан фотоэштәр шәлкеме, айырым китап булып донъя күргән материалдар өсөн бирелә. Уларҙа замандаштарыбыҙ образдары, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттәге тыныслыҡ һәм татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре сағылырға тейеш. Материалдарға тейешле темаға тап килеү, аналитика, даимилыҡ, үҙенсәлеклелек, аныҡлыҡ, объективлыҡ, теманы асыу тәрәнлеге, дәлилдәр һәм йөкмәтке байлығы, телмәрҙең аңлайышлылығы кеүек талаптар ҡуйыла.
Әҫәрҙәрҙең премияға Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит һәм журнал редакциялары, теле- һәм радиостудиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм башҡа ижади коллективтар тарафынан тәҡдим ителеүе мөмкин. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн хеҙмәт коллективындағы йыйылыш протоколының күсермәһен, район (ҡала) Советы президиумы ҡарарын, Хөкүмәт ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссияға хат, башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан материалдарға урыҫ телендә аннотация, донъя күргән әҫәрҙең үҙен тәҡдим итергә кәрәк. Мәҡәләләр һаны сикләнмәй, ә фотоэштәр шәлкеме кәмендә 5 һүрәттән торорға тейеш.
Материалдар 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 1007-се офис. Телефон (факс): (347) 276-42-66.