Хөрмәтле дуҫтар!
“Башҡортостан” гәзитенә почта бүлексәләрендә, “Өфө-матбуғат” киосктарында, хатта редакцияның үҙендә лә яҙылырға мөмкин. Әгәр ҙә төрлө сәбәп арҡаһында күршеләрегеҙ, туғандарығыҙ гәзиткә ваҡытында яҙыла алмаған икән, улар бөгөндән почтальонға мөрәжәғәт итһен. 20 июлгә тиклем мәсьәләне хәл итһәләр, “Башҡортостан” киләһе айҙан килә башлар.
Йәнә шул: 2015 йылдың тәүге яртыһына иҫке хаҡтар менән гәзит-журналдарға алдан яҙыла алаһығыҙ – ул 31 авгусҡа тиклем генә дауам итә. Һеҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәбәр ҙә бар: квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрһәгеҙ, киләһе йылға бүләккә дини календарь алырһығыҙ.