Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылында Башҡортостандағы эҙәрмән отрядтарының тәүге төбәк слеты булды. Уны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хеҙмәткә әҙерләү үҙәге, Эҙәрмән отрядтары фонды һәм Рәсәйҙәге Эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ойошторҙо.
Ике көн дауамында 22 отряд ун ике йүнәлеш буйынса көс һынашты. Бөтә этаптар эҙәрмәнлек эшенең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ойошторолдо. Беренсе көндә ҡоралланыу һәм амуниция, эҙәрмәндәрҙең эш ҡағиҙәләре, отчет документтарын тултырыу, хәүефһеҙлек техникаһы, зыян күргәндәргә тәүге медицина ярҙамы буйынса белем кимәле тикшерелде. Икенсе көндә отрядтар уҡыу полигонында әйбер эҙләү йәһәтенән ярышты. Тәүге тапҡыр бындай эштә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр төркөмө лә ҡатнашты.