Башҡортостандың урмансылар паркында төҙөлөш эштәре башланды, шуға күрә биләмәгә инеү 1 сентябргә тиклем сикләнә.
Әле бында махсус техника эшләй.
– 1 сентябргә паркты төҙөкләндереү эштәрен тамамлау, урманды сүп-сарҙан таҙартыу, юлдарға асфальт түшәү, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу күҙаллана. Бынан тыш, балалар һәм спорт майҙансыҡтары сафҡа инәсәк, — тип хәбәр итте Урман хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Альберт Байтимеров.
Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 50 миллион һум бүленде. Биләмәне төҙөкләндереү башланғысын төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов тәҡдим иткәйне. 1966 йылда нигеҙ һалынған парктың майҙаны бик ҙур — 116 гектар. Бында 12 төрлө ағас үҫә. Реконструкция үткәрелгәс, паркта йыл һайын 400 меңгә яҡын кеше ял итәсәк.