“Изге эшем” конкурсына15.07.2014
Имен ос, ҡарлуғас!

Йәй башында әсәйем менән бер ҡарлуғасҡа ярҙам иттек. Был хәл түбәндәгесә булды.

Паркта йөрөй инек. Шар артынан йү­гереп китеп барғанда ағас төбөндә ят­ҡан ҡарлуғасты күреп ҡалдым. Уның эр­гәһендә ҙур ғына бесәй ҙә өйөрөлөп йөрөй. Ә ҡошсоҡтоң ҡанаты имгәнгән ине. Әсәйем менән уны өйөбөҙгә алып ҡайттыҡ. Ҡошсоҡто ашаттыҡ, эсерҙек. Тәүҙә беҙгә ҡурҡыңҡырап ҡараған ҡар­лу­ғас әкренләп өйрәнде, усҡа ла ултыра башланы.
Ә бер нисә көндән ҡошсоғобоҙ ҡа­на­тын ышаныслы елпей ине инде. Тәҙрә янына ҡуна ла тышҡа моңайып ҡара­ған кеүек... Яҡындарын, дуҫтарын һа­ғын­ғанын тойоп, ҡарлуғасты тышҡа осо­роп ебәрҙек. Имен-һау ғына йөрө, ҡошсоҡ!
Ләйсән ҮТӘҒОЛОВА,
Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.






Турғайҙар шиғыр ҙа яҙҙыра

Мин ҡоштарға тип эшләгән тағараҡ­тарымды баҡсабыҙға ғына түгел, ауыл эргәһендәге туғайҙағы ағас ботаҡта­рына ла эләм.

Уларға аҙыҡты төрләндереп һа­лыр­ға тырышам. Баҡсалағы таға­раҡ­ҡа кү­берәк ҡарабаш, һарытүш тур­ғайҙар ки­лә, ә туғайҙағыһында ҡыҙылтүштәр һыйлана.
Туғайға барғанда төрлө йәнлек эҙҙә­рен ҡарайым, ерек бөрөләрен йыям. Бер саҡ ҡоштарҙы күҙәтеп тор­ған саҡта күңелемдә ошондай шиғыр юлдары тыуҙы:
Тын ғына тора туғай –
Ул йоҡлап киткән, буғай.
Тик ағастан-ағасҡа
Ҡанатын елпей-елпей,
Осоп йөрөй бер турғай.
Ҡоштарға ярҙамымды киләсәк­тә лә дауам итәсәкмен.

Айгүзәл ВӘЛИЕВА,
Ибраһим дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы.


Ҡырмыҫҡалы районы.

Редакциянан. Хөрмәтле дуҫ­тар! “Изге эшем” конкурсы йыл аҙа­ғына ҡәҙәр барасаҡ. Ихлас кү­ңел­дән башҡарылған күркәм ғә­мәлегеҙ, унан алған йылы тәь­ҫо­­раттарығыҙ тураһында яҙ­малар көтөп ҡалабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурста еңгәндәрҙе матур бүләктәр көтә. Төп приз – нетбук!


Вернуться назад