Шиғырҙар15.07.2014
Нефтекама ҡалаһы

Яратаһың, дәрт өҫтәйһең...

Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем,
Әсәм телен ишеттем,
Беренсе аҙымды яһап,
Тәүге һүҙемде әйттем.

Матурлығың һоҡландыра,
Уңышыңа шатланам.
Яратаһың, дәрт өҫтәйһең –
Ҙур рәхмәт һиңә, ҡалам!

Альбина ШӘЙӘХОВА,
13-сө мәктәп уҡыусыһы.







Бәхеткә сорнал, күгем!

Ҡояш көлә, мин йылмаям,
Ниндәй матур көн бөгөн!
Шатлыҡ, бәхет, ҡыуаныстар
Ҡаплаһын ерем күген!

Данил СИРАЕВ,
10-сы мәктәп уҡыусыһы.








Күгәрсен районы

Сәйе – мәтрүшкәле, һүҙе – алтын

Йыш ҡына булам мин
Өләсәйҙә ҡунаҡта.
Ҡәҙерлемде бик яратам,
Ул да мине ярата.

Ҡапҡа алдында гелән
Өләсәйем ҡаршылай
Һәм олатайға әйтә:
Самауырҙы ҡуй, бабай!

Арҡамдан гөпөлдәтеп,
Мине яратып ала,
Самауыры ҡайнағансы
Хәлемде һорай һала.

Бал, ҡорот, ҡаймаҡ менән
Һөтлө сәйҙәр эсәбеҙ.
Тәмле мәтрүшкә еҫенә
Тулышҡан өй эсебеҙ.

Алтын-көмөшкә биргеһеҙ
Өләсәйҙең һәр һүҙе.
Иманлы булырға өйрәтә
Ағинәй кеүек үҙе.

Сәйе тәмле, һүҙе татлы -
Йәшәһен өләсәйҙәр!
Рухи тәрбиә алып
Үҫһен, әйҙә, кескәйҙәр!

Алина ӘМИРҒӘЛИНА,
Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.









Белорет ҡалаһы

Һорап та тормай

Беҙҙең Һороҡай
Һорап та тормай:
Мендәр өҫтөндә
Мырылдап йоҡлай.




Уңған ҡыҙы бар

Әсәйемде ныҡ яратам,
Ярҙам итәм гел уға.
Ҡәҙерлем ихлас ҡыуана
Уңған ҡыҙы булғанға.



“Осоп” ҡайтам!

Өләсәйем, ҡәҙерлем,
Һине шундай яратам!
Ял етте ниһә, ауылға,
Әйтерһең, осоп ҡайтам!

Аида ЛОТФУЛЛИНА,
Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.








Ғафури районы


Емде күберәк һипһәгеҙ...

Тауыҡ йөрөй “ҡыт-ҡыт” тип,
“Мин йомортҡа һалдым”, тип.
“Емде күберәк һипһәгеҙ,
Һалырмын мин тағын”, тип.

“Себештәрем асыҡҡан,
Эстәре, ти, буш ҡалды”.
Ерҙе типте-типте лә
Ҙур селәү соҡоп алды.

Гөлсинә КАМАЛЕТДИНОВА.








Бөрйән районы

Тамсы-тамсыҡай

Иртәнсәк үлән өҫтөндә
Йылтырап ҡына ята.
Һыуыҡ көндәр башланһа, ул
Шул килеш кенә ҡата.

Ул була – тамсы-тамсыҡай –
Сәскәнән матурыраҡ.
Хатта ҡышҡы ап-аҡ ҡына
Ҡарҙан да матурыраҡ.

Кескәй генә булһа ла, ул
Туйындыра бар ерҙе.
Хатта мин уға һөйләйем
Күңелемдәге серҙе.

Йәнгүзәл ҠАҺАРМАНОВА,
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы



Вернуться назад