Әнисә Таһирова һүҙҙәре,
Мәрйәм Солтанова көйө.
Ҡояш менән бергә торҙом
Мин иртүк.
Бөгөн минең бигерәк тә
Эшем күп.
Йәшелсә баҡсабыҙҙағы
түтәлдәр
Буй-буй булып теҙелешеп
киткәндәр.
Ултыртҡайныҡ шалҡан,
кишер,
Ҡыярҙы.
Ҡый үләне баҫып киткән
Уларҙы.
Керештем мин ҡый
үләнен утарға.
Ваҡыт етте төшкө ашҡа туҡтарға.
Әсәй маҡтай: “Ҡояш менән
Уяндың,
Шуға эшеңде тамамлап,
Ҡыуандың.
Бушҡа үткәрмәгәс
йәйге көндәрҙе,
Һин дә, ҡыҙым,
ҡояш кеүек егәрле”.